Биохимия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Биохи́мия (биологик химия, йәки физиологик химия) — тере күҙәнәк һәм организмдарҙың химик составын һәм уларҙың тереклеге нигеҙендә барған химик процестарҙы өйрәнеүсе фән. «Биохимия» төшөнсәһе һирәкләп XIX быуат уртаһынан ҡулланыла башлай. Классик мәғәнәһендә фәндә 1903 йылдан киң ҡулланышҡа инә. Башлап тәҡдим итеүсе һәм ғилми мөхиткә индереүсе ғалим — немец химигы Карл Нейберг.[1].
Биохимия — биология һәм химия фәндәре киҫелешендә барлыҡҡа килгән сағыштырмаса йәш фән[2].