АҠШ эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Уильям Генри Гейтс III (ингл. William Henry Gates III; 28 октябрь 1955 йыл, Сиэтл[28], Вашингтон), Билл Гейтс (ингл. Bill Gates)[29][30] тигән исем менән билдәле — Америка эшҡыуары һәм йәмәғәт эшмәкәре, филантроп, Microsoft компанияһын нигеҙләүселәрҙең береһе (Пол Аллен менән берлектә) һәм был компанияның элекке иң эре акционерҙарының береһе. 2008 йылдың июненә тиклем компанияның етәксеһе була, был эшенән киткәс, директорҙар советының башҡарыуһыҙ директоры вазифаһында ҡала. Шулай уҡ Билл менән Мелинда Гейтстарҙың хәйриәлек фонды рәйестәше, Berkshire Hathaway компанияһы директорҙар советы ағзаһы, Berkshire Hathaway'ҙың генераль директоры.
1996—2007 һәм 2009—2016 йылдарҙа Forbes журналы версияһы буйынса планетаның иң бай кешеһе була. Forbes журналы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2015 йылға байлығы 79,2 миллиард доллар күләмендә баһалана, 2012 йылдың сентябренә ҡарата 13,2 миллиард долларға арта[31][32]. 2016 йылдың майына Билл Гейтстың байлығы 76,4 миллиард долларлыҡ була[33].
Билл Гейтс — хәйриәгә тапшырылған аҡса күләме буйынса рекордсыларҙың береһе: 1994—2010 йылдарҙа ул Билл менән Мелинда Гейтстар фондына $28 миллиардтан ашыу аҡса күсерә[34]. 2010 йылдың февралендә Гейтс бөтә миллиардерҙарғы байлыҡтарының яртыһын хәйриә эшмәкәрлегенә тапшырырға саҡырып мөрәжәғәт итә[35].
Биллдың ҡарт олатаһы — мэр һәм сенатор, олатаһы Милли банктың вице-президенты була. Гейтс Сиэтлда (Вашингтон штаты), корпоратив адвокат Уильям Генри Гейтс II менән First Interstate Bank, Pacific Northwest Bell'дың директорҙар советы ағзаһы һәм USWest, United Way'ҙың милли советы ағзаһы Мэри Максвелл Гейтстың ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә Биллдың Трей тигән ҡушаматы була («trey» кәрт уйынында өслөнө аңлата һәм исеменә өҫтәлгән «номерға» бәйле). Гейтстың Кристи апаһы менән Либби исемле һеңлеһе бар.
Гейтс Сиэтлда «Лейксайд» тигән бик өҫтөнлөклө мәктәптә белем ала, мәктәптең мини-компьютерында программалар яҙыу һәләтен үҫтерә. Ун өс йәшендә Билл тәүге программаһын — BASIC программалау телендә «Крестики-нолики» уйынын яҙа. Һигеҙенсе класта программалар яҙыу дәресендә ул унынсы класта уҡыған Пол Аллен менән таныша. Дуҫтары менән бергәләп Гейтс Cоmputer Center Corporation йәмғиәтенә ингән Digital Equipment корпорацияһының PDP-10 компьютерын һынай. Билл менән Полдың компьютерҙа эшләү мөҙҙәте тулғас, улар программаны вата. Бының өсөн мәктәптең дүрт уҡыусыһына — Рик Вэйлендҡа, Кент Эвансҡа, Пол Алленға һәм Билл Гейтсҡа — йәй буйына компьютерҙа эшләүгә тыйыу һалалар. Яза мөҙҙәте үткәс, ватылған компьютер хужаһы булған Cоmputer Center Corporation компанияһына студенттар тәҡдим индерә. Улар компанияның компьютерҙарында эшләүгә алмашҡа уның программа тәьминәтендәге хаталарҙы табып бирергә вәғәҙә итә. Компания тәҡдимгә ризалаша. Гейтс иптәштәре менән FORTRAN, LISP кеүек телдәрҙә һәм машина кодында яҙылған программа тәьминәтенең бик күп сығанаҡ кодтарын өйрәнә. Хеҙмәттәшлек 1970 йылға тиклем, компания банкротлыҡҡа төшкәнсе дауам итә. Киләһе йылына Information Sciences, Inc. компанияһы дүрт студентты (шул иҫәптән Билл менән Полды) түләү ведомостарын алып барыу программаһын яҙыу өсөн яллай. Программа Кобол телендә яҙылырға тейеш була, алмашҡа егеттәр PDP-10-да түләүһеҙ эшләү мөмкинлеген ала. Үҙҙәренең компанияһын улар Lakeside Programming Group тип атай, ләкин эште тамамлай алмай.
17 йәштә Гейтс, Пол Аллен һәм Пол Гилберт Traf-O-Data компанияһын нигеҙләй. Компания юл трафигын иҫәпләү һәм юл инженерҙарына отчет төҙөү өсөн һанағыс эшләп сығарыу маҡсатын ҡуя. Traf-O-Data ҡулайламаһы 1972 йылдан 1982 йылға тиклем һатыла һәм һөҙөмтәлә компания иҫәбендә $794,31 аҡса ҡала.
1972 йылдың 25 декабрендә Бад Пемброк уларҙы TRW компанияһына эшкә саҡыра. Бонневиль энергетика идаралығы өсөн ҙур программа проекты эшләү бурысы ҡуйыла.
1973 йылда Билл Гейтс Гарвард университетына инә, унда буласаҡ компаньоны Стив Балмерҙы осрата. Ике йылдан Гейтс уҡыуҙан ҡыуыла һәм программа тәьминәте эшләү менән шөғөлләнә башлай[36].
1975 йылда Билл Гейтс менән Пол Аллен Micro Instrumentation and Telemetry Systems (MITS) компанияһына Эд Робертс эшләгән Altair 8800 персональ компьютерына программа тәьминәте яһаусылар булып эшкә инә. Үҙҙәренең компанияһын «Аллен һәм Гейтс» тип атарға уйлайҙар, әммә бындай атама юридик контораға нығыраҡ килешә тип, башҡа исем эҙләргә тотоналар. Пол Micro-Soft (microprocessors һәм software һүҙҙәренән) тип атарға тәҡдим итә. BASIC теленең MITS заказы буйынса ижад ителгән интерпретаторы титрҙарында дуҫтар нәҡ ошо атаманы телгә ала.
1975 йылда Билл Нью-Мехико штаты Альбукерке ҡалаһында тиҙлекте арттырған һәм водитель таныҡлығыһыҙ йөрөгән өсөн ҡулға алына. Етмәһә, полицейский менән телләшә. Уны иҫеректәр менән бергә насар камераға ултыртып ҡуялар. Рөхсәт ителгән бер шылтыратыуҙы Билл Пол Алленға юллай, Пол барлыҡ аҡсаларын йыйып, Биллды сығарып ала. «Micro-Soft» компанияһын MITS-ҡа эшләгәндә ошо Альбукерке ҡалаһында асалар ҙа инде. Бер йыл эсендә Гейтс менән Аллен компанияһы атамаһындағы дефис төшөрөп ҡалдырыла һәм 1976 йылдың 26 ноябрендә Нью-Мехико штатының округ секретариатында «Microsoft» тигән яңы сауҙа маркаһы теркәлә. Полға компания акцияларының 36 проценты, Биллға 64 проценты тейә, сөнки Биллдың продуктҡа индергән өлөшө шулай була.
1975 йылдан MITS компанияһы Альтаир 8800 компьютеры өсөн Micro-Soft эшләгән Altair BASIC программа яҙыу телен тарата. Altair BASIC-тың ҡағыҙ таҫмаһы урланғас, ул компьютер клубтарының береһендә аҫтан таратыла башлай, шунлыҡтан Гейтс һатылған һәр дана күсермә өсөн тейешле хаҡты ала алмай.m1976 йылда АҠШ журналдарында Билл Гейстың Һәүәҫкәрҙәргә асыҡ хаты баҫылып сыға, ул компьютерсыларҙы уғрылыҡта ғәйепләй һәм ошо арҡала софтты эшләүселәрҙә яңы продукттар ижад итеү теләге һүнеүен белдерә.
Уртаҡ бизнеста Пол Аллен техник идеялар һәм перспективалы эшләнмәләр менән мәшғүл була, Гейтсҡа һөйләшеүҙәр алып барыу, контракттар төҙөү һәм башҡа төрлө эш аралашыуы нығыраҡ оҡшай.
1977 йылда Microsoft яңы программа продуктын — CP/M операцион системалы компьютерҙар өсөн Microsoft FORTRAN-ды сығара.
1980 йылдан Microsoft менән IBM компанияларының хеҙмәттәшлеге башлана.
1977 йылда Гейтс ҡыҙыл утҡа үткәне һәм йәнә үҙе менән водитель таныҡлығы булмағаны өсөн тағы ҡулға алына.
Microsoft өр-яңы операцион система өҫтөндә эш башлай, ә идеяһы Xerox менән Apple'дан алына. IBM менән хеҙмәттәшлек дауам итә, 1985 йылдың ноябрендә Microsoft Windows тигән яңы операцион система эшләп бөтөлә. Ошо мәлдән Windows операцион системаһы дәүере башлана, ул Гейтсты данлы итә һәм донъяның иң бай кешеһенә әйләндерә.
1994 йылдың 1 ғинуарында Гейтс Мелинда Френчҡа өйләнә. Билл Мелинданы беренсе тапҡыр 1987 йылда, «Майкрософт»тың Нью-Йорктағы матбуғат брифингында осрата. Мелинда күптән уның компанияһында эшләгән була. Уларҙың өс балаһы бар — Дженнифер Катарин (1996), Рори Джон (1999) һәм Фиби Адель (2002).
1989 йылда Гейтс Corbis мультимедия компанияһына нигеҙ һала. Автомобилде эскән килеш йөрөткән өсөн өсөнсө тапҡыр ҡулға алына.
1994 йылда Гейтс Леонардо да Винчи хеҙмәттәренең Лестер кодексы тигән йыйынтығын һатып ала. 2003 йылда был кодекс Сиэтл Сәнғәт музейына ҡуйыла.
2004 йылдың 14 декабрендә Билл Гейтс Berkshire Hathaway компанияһы советына инә, шулай итеп, Уоррен Баффетт менән мөнәсәбәттәре формаль йәһәттән дә нығына. Berkshire Hathaway — конгломерат, уға Geico (автомобиль страховкалау), Benjamin Moore (буяуҙар) һәм Fruit of the Loom (текстиль) инә. Гейтс шулай уҡ Icos корпорацияһы советына, Bothell биотехнологиялар компанияһы советына ла инә.
2005 йылдың 2 мартында Бөйөк Британия сит ил эштәре кабинеты Бөйөк Британия предприятиеларына индергән өлөшө һәм донъяла фәҡирлекте кәметеү буйынса тырышлыҡтары өсөн Гейтсҡа Британ Империяһы Орденының Рыцарь-Командоры титулы бирелеүе тураһында белдерә.
2005 йыл йомғаҡтары буйынса, Билл Гейтс һәм уның ҡатыны Мелинда Гейтс Американың Тайм журналы тарафынан йыл кешеләре тип иғлан ителә.
2008 йылдың 7 ғинуарында Билл Гейтс Microsoft корпорацияһы етәксеһе вазифаһынан китергә йыйыныуы тураһында белдерә[37].
2008 йылдың 27 июнендә Билл Гейтс Microsoft етәксеһе вазифаһында һуңғы көн эшләй. Ләкин компания менән араһы бөтөнләйгә өҙөлмәй — Гейтс Директорҙар советының рәйесе (башҡарыу вәкәләттәренән тыш) булып ҡала. Ул шулай уҡ корпорацияның эре акционеры ла булып ҡала (Microsoft акцияларының 8,7 проценты).[38] 2008 йылда Гейтс Microsoft корпорацияһы президенты вазифаһынан баш тартһа, 2010 йылда баш башҡарма директор вазифаһынан да китә. Ике вазифа ла Стив Балмерға тапшырыла.
2008 йылдың октябрендә Кирклэнд ҡалаһында (Вашингтон штаты, АҠШ) Билл Гейтс «bgC3» тигән атамалы өсөнсө компанияһын теркәтә. Был тикшеренеү үҙәге алдына ғилми һәм технологик хеҙмәттәр күрһәтеү, аналитика һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендә эшмәкәрлек һәм программа һәм аппарат тәьминәте менән шөғөлләнеү бурысы ҡуйыла[39].
2014 йылдың февралендә Гейтс Microsoft корпорацияһының директорҙар советы посынан да китә [40][41].
2015 йылдың 2 декабрендә Цукерберг менән берлектә Breakthrough Energy Coalition фондын аса. Фонд саф һәм альтернатив энергия сығанаҡтарын эҙләү һәм эшләүгә инвестициялар йәлеп итеү өсөн ойошторола. Mission Innovation инициативаһын төҙөй, ул 20 илде, шул иҫәптән Бөйөк Британияны, АҠШ-ты, Бразилияны, Һиндостанды, Ҡытайҙы һәм башҡаларҙы берләштерә. Инициатива киләһе биш йыл эсендә саф энергия сығанаҡтарын эшләүгә дәүләт инвестицияларын ике тапҡырға арттырып, йылына 10 миллиардтан 20 миллиард долларға еткертеү бурысын ҡуя[42].
Билл Гейтсты көндәлек тормошта, ҡиәфәтендә баҫалҡы кеше тиҙәр. Шулай ҙа миллиардер йәшәгән йорт иң заманса электроника менән лыҡа тулы һәм хаҡы, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, $125 миллионға төшкән. Йорт китапханаһының түшәменә Фрэнсис Скотт Фицджеральдтың «Бөйөк Гэтсби» романынан өҙөмтәләр яҙып ҡуйылған. Йорт Вашингтон күле буйында ултыра, майҙаны — 40 мең квадрат фут (3720 м²). 30 автомобиллек гаражы бар. Гараж мөйөшөндә уның беренсе машинаһы «Мустанг» тора. Йорттоң ҡабул итеүҙәр бүлмәһенән Вашингтон күленең аръяғындағы Олимпия тауы күренеше асыла. Был йортҡа килгән ҡунаҡҡа электрон ҡаптырма беркетелә, ул ҡунаҡ яратҡан кинофильмдарҙы, картиналарҙы, музыка, телевизион шоуҙарҙы теркәп бара. Тәүләп килгәнендә үк ҡунаҡтың зауыҡтары өйрәнелә һәм хәтергә һалына. Китапхана эргәһендә — батут. Гейтс шунда һикерергә ярата, сөнки, был шөғөл фекер тупларға ярҙам итә, тип иҫәпләй. Ошонда уҡ йөҙөү бассейны, япон мунсаһы, бағрылы күл бар. Гейтстың төп хоббийы — бридж уйыны[34].
1995 йылда Билл Гейтс «Киләсәккә юл» (ингл. The Road AheadThe Road Ahead) тигән китап яҙа, унда мәғлүмәт технологияларына бәйле йәмғиәттең ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеүенә ҡараштарын белдерә. 1996 йылда, Microsoft корпорацияһы Интернет-технологияларға йүнәлеш алғас, Гейтс китабына ҙур ғына үҙгәрештәр индерә.
1999 йылда Билл Гейтс «Фекер тиҙлегендәге бизнес» (ингл. Business @ the Speed of Thought) тигән китап яҙа, унда мәғлүмәт технологияларының бизнес мәсьәләләрен бөтөнләй яңыса сисә алыуын күрһәтә.
Был китап 25 телдә баҫып сығарыла һәм донъяның 60-тан ашыу илендә һатыла. «Фекер тиҙлегендәге бизнес» тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын ала һәм «Нью-Йорк таймс», «Америка сегодня», «Уолл-стрит Джорнал» гәзиттәренең һәм Amazon.com веб-серверының бестселлерҙар исемлегенә инә.
2009 йылдан башлап, Билл Гейтс Билл менән Мелинда Гейтстар фондының рәсми сайтында «Билл Гейтстың Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе»н баҫтыра, унда үҙенең хәйриә ойошмаһының эшләгән эштәре тураһында һөйләй, киләсәккә пландар ҡора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.