From Wikipedia, the free encyclopedia
Беларусь Геройы (бел. Герой Беларусі) — Белоруссияның дәүләт наградаһы — ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә торған юғары исем.
Беларусь Геройы | ||
| ||
Атамаһы |
Герой Беларусі | |
---|---|---|
Ил | ||
Награда төрө | ||
Кемгә бирелә |
Беларусь Республикаһы граждандары, сит ил граждандары, гражданлығы булмаған кешеләр | |
Награда тапшырыла |
дәүләт һәм йәмғиәт алдында күрһәткән, Беларусь Республикаһының азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо һәм сәскә атыуы хаҡына эшләнгән ҡаһарманлыҡ менән бәйле, ғәҙәттән тыш хеҙмәте өсөн | |
Статус |
тапшырыла | |
Статистика | ||
Параметрҙара |
диаметр — 33 мм, материал — алтын 585 (келәймәһе) | |
Раҫланған ваҡыты |
{{{ДатаУчреждения}}} | |
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
11 | |
[[commons:Category: Hero of Belarus Викимилектә|Беларусь Геройы]] Викимилектә |
Беларусь Республикаһы Юғары Советының 1995 йылдың 13 апрелендәге № 3726-XII һанлы ҡарары менән булдырыла.[1] Бөгөнгө көндә был Ҡарар Беларусь Республикаһының 2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы Законы менән алмаштырылған[2]. Беларусь Республикаһы Президенты ҡарары менән дәүләт һәм йәмғиәт алдындағы ғәҙәттән тыш хеҙмәт өсөн бирелә[2]. Миҙал Гомель ҡалаһында («Ювелир» заводы, «Кристалл» Гомель производство берекмәһе филиалы) эшләнә[3].
«Беларусь Геройы» исеме бер генә тапҡыр бирелә. «Беларусь Геройы» исеменә лайыҡ булған кешеләргә айыра торған билдә — Беларусь Геройы миҙалы тапшырыла[2].
Төп мәҡәлә|Беларусь Геройы миҙалы
Исем 1995 йылдың 13 апрелендә, бойондороҡһоҙ Беларустың яңы дәүләт наградалары системаһының бер өлөшө булараҡ индерелә[4]. Белоруссия бүләкләү системаһы СССР бүләкләү системаһының логик дауамы булып тора. «Беларусь Геройы» исеме «Советтар Союзы Геройы» исеменә оҡшаш. Төп айырма тик шунда ғына: Советтәр Союзы Геройы исеме башлыса хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлыҡ йәки данлы эш өсөн бирелһә, «Беларусь Геройы» исеме иҡтисад, ижтимағи һәм мәҙәни өлкәләрҙәге уңыштар өсөн дә бирелә[5][6]. Беренсе тапҡыр был исемгә 1996 йылда ҡолап барған самолетты ауылдан ситкә алып киткән авиация подполковнигы Владимир Карват (үлгәндән һуң) лайыҡ була. Әлеге ваҡытта Беларусь Геройы исемен 11 кеше йөрөтә[7].
Беларусь Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт наградалары менән бүләкләү — Беларусь Республикаһы Президенты вәкәләттәренең береһе[8]. Исем биреү һәм бүләкләү процессы ентекләберәк Беларусь Республикаһының 2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы «Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» Законында билдәләнгән. Закон буйынса, Беларусь Республикаһының һәр эшселәр коллективы, шулай уҡ төрлө кимәлдәге дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының етәксе органдары исем биреүҙе юллай ала. Эшселәр коллективы йыйылышта кандидатураны алдан тикшергәндән һуң, бүләкләүгә тәҡдим ителгән кешегә, кандидаттың шәхесе тураһында мәғлүмәт һәм уның ҡаҙаныштары яҙылған бүләкләү ҡағыҙы тултырыла. Был бүләкләү ҡағыҙына тәүҙә коллективтың ойошма етәксеһе, ә аҙаҡ юғарыраҡ ойошмалар етәкселәре ҡул ҡуя. Эшселәр коллективы бүләкләү юлламаһын, ризалыҡ алыу өсөн, урындағы башҡарма һәм етәкселек итеүсе органдарға, аҙаҡ өлкә йәки Минск ҡала башҡарма комитетына ебәрә. Ризалыҡ алған юлламалар тейешле министрлыҡтарға, республиканың башҡа дәүләт идара итеү органдарына, йәмғиәт ойошмаларының етәксе органдарына ебәрелә. Юллама был ойошмаларҙың коллегиаль органдары тарафынан ҡарала. Республиканың дәүләт идара итеү органдары, йәмғиәт ойошмаларының коллегиаль органдары ҡарағандан һуң юллама Беларусь Республикаһы Министрҙар Советына ебәрелә. Беларусь Республикаһы Хәүефһеҙлек Советының Дәүләт секретариаты һығымтаһын алғандан һуң, бүләкләүгә юллама Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте аша Беларусь Республикаһы Президентына индерелә. «Беларусь Геройы» исеме биреүҙе Беларусь Республикаһы Президенты башҡара. Исем биреү Беларусь Республикаһы Президентының Ҡарары менән рәсмиләштерелә. [2]. Беларусь Геройы миҙалын тапшырыу, ҡағиҙә булараҡ, Беларусь Республикаһы Президенты йәки, уның ҡушыуы буйынса, исемлеге Закондың 65-се статъяһы менән билдәләнгән башҡа вазифалы кешеләр тарафынан бойомға ашырыла[2]. Миҙал тапшырыу тантаналы шарттарҙа, Указға ҡул ҡуйылғандан һуң ике айҙан да һуңлатмай башҡарыла[2].
2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы «Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» Беларусь Республикаһы Законының 3-сө статъяһына ярашлы, исем республика граждандарына ғына түгел, ә сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә лә бирелергә мөмкин[2]. Бөгөнгәсә исем тик Беларусь граждандарына ғына бирелгән. Рәсәй гражданины, вафат булған Рәсәй Федерацияһы Геройы Водолажский Василий Александрович, Беларусь Республикаһы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Беларусь Геройына тиңләштерелгән. «Беларусь Геройы» исеме уға бирелмәгән, ләкин уның ғаилә ағзалары Беларусь Геройы ғаиләһе ағзалары өсөн булдырылған льготалар менән файҙалана[9].
№ |
Фото | Фамилия Исем Атаһының исеме |
Бүләкләү ваҡытындағы профессия йәки вазифа |
Бүләкләү датаһы | Беларусь Республикаһы Президентының Ҡарары номеры |
Ни өсөн бүләкләнгән | Ғүмере даталары | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Карват Владимир Николаевич (үлгәндән һуң) |
Авиация подполковнигы | 21 ноябрь 1996 | 484[10] | Уҡыу-күнекмә осошо ваҡытында, ҡолап барыусы самолетты ауылдан ситкә алып китеп һәләк була[11] | 28.11.1958—23.05.1996 | ||
2 | Мариев Павел Лукьянович | «БелАЗ» производство берекмәһенең Генераль директоры |
29 июнь 2001 йыл | 360[12] | «БелАЗ» предприятиеһендәге эше өсөн (Жодино)[11] | 16.06.1938 | ||
3 | Файл:DubkoAI.jpg | Дубко Александр Иосифович (үлгәндән һуң) |
Гроднен өлкә башҡарма комитеты рәйесе | 30 июнь 2001 йыл | 361[13] | Гроднен өлкәһенең ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн[11] | 14.01.1938—04.02.2001 | |
4 | Файл:Карчмит Михаил Александрович.jpg | Карчмит, Михаил Александрович | Несвижск районының «Снов» агрокомбинаты рәйесе |
30 июнь 2001 йыл | 362[14] | Минск өлкәһенең Несвиж районы ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө, шулай уҡ Беларусь Республикаһы Милли йыйыны Республика Советының төбәк сәйәсәте буйынса Комиссиялағы хеҙмәте өсөн[11] | 01.02.1949—22.05.2004 | |
5 | Файл:Кремко Виталий Ильич.jpg | Кремко Виталий Ильич | Гроднен районының «Октябрь» ауыл хужалығы коллектив предприятиеһе рәйесе |
30 июнь 2001 йыл | 362[14] | Гроднен өлкәһе Гроднен районының «Октябрь-Гродно» СПК-һы һәм «Прогресс» колхозындағы эшмәкәрлеге, ауыл хужалығын үҫтереүҙәге данлы хеҙмәте өсөн[11] | 15.02.1941—03.04.2009 | |
6 | Файл:Михаил Степанович Высоцкий.jpg | Высоцкий Михаил Степанович | Беларусь Дәүләт фәндәр академияһының ғилми-инженеры, «Белавтотракторостроение» республика унитар предприятиеһы генераль директоры |
1 март 2006 йыл | 135[15] | Белорусь автомобиль төҙөү үҫешенә индергән өлөшө өсөн[11] | 10.02.1928—25.02.2013 | |
7 | Прокопович Пётр Петрович | Беларусь Республикаһы Милли банкы Идараһы башлығы |
1 март 2006 йыл | 135[15] | Беларусь Республикаһы банк системаһындағы хеҙмәте өсөн[11] | 03.11.1942 | ||
8 | Ревяко Василий Афанасьевич | «Прогресс — Вертелишки» ауыл хужалығы производство кооперативы башлығы |
1 март 2006 йыл | 135[15] | Гроднен өлкәһе Гроднен районының «Прогресс — Вертелишки» СПК-һындағы хеҙмәте өсөн[11] | 15.07.1948—01.07.2024 | ||
9 | Файл:Савицкий Михаил Андреевич.jpg | Савицкий Михаил Андреевич | «Живопись, графика һәм скульптура ижади академик оҫтаханаһы» дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы етәксеһе |
1 март 2006 йыл | 135[15] | Белорусь һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн[11] | 18.02.1922—08.11.2010 | |
10 | Филарет (Вахромеев) | Минск һәм Слуцк Митрополиты, Беларустың Почётлы Патриарший Экзархы |
1 март 2006 йыл | 136[16] | Белорус халҡының рухи яңырыуына индергән бик ҙур шәхсән хеҙмәте өсөн [11] | 21.03.1935—12.01.2021 | ||
11 | Домрачева Дарья Владимировна | Биатлонист, өс тапҡыр Олимпия чемпионы | 17 февраль 2014 йыл | 66[17] | Юғары профессиональ оҫталығы һәм ғәҙәттән тыш спорт ҡаҙаныштары өсөн[17] | 03.08.1986 |
Иң тәүҙә «Беларусь Геройы» исеме алған кешеләр өсөн социаль льготалар һәм айырым хоҡуҡтар, Беларусь Республикаһы Юғары Советының 1995 йылдың 13 апрелендәге № 3726-XII һанлы Ҡарары менән, Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, шулай уҡ Дан һәм Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙары льготаһына тиңләштерелә[18]. Был шулай уҡ Беларусь Республикаһының 1997 йылдың 2 июлендәге № 49-З һанлы Законында раҫланған Беларусь Геройы тураһындағы Ҡағиҙәлә лә[19], 1995 йылдың 21 февралендәге 3599-XII һанлы Законында ла[20] яҙылған. Бөгөн был мәсьәлә Беларусь Республикаһының 2007 йылдың 14 июнендәге № 239-З һанлы «Айырым категория граждандар өсөн дәүләттең социаль льготалары, хоҡуҡтар һәм гарантиялар тураһында» Законы менән көйләнә. Был законға ярашлы, Беларусь Геройҙары:
Юғарыла һынап кителгән льготалар менән бәйле сығымдарҙы финанслау республика һәм урындағы бюджет средстволары, шулай уҡ дәүләт социаль страховкалау средстволары иҫәбенә башҡарыла[23].
288-З һанлы Закондың 5 статьяһына ярашлы, Беларусь Геройы миҙалы түштең һул яғына орден һәм миҙалдарҙан өҫтә тағыла. Шул уҡ Закондың 69-сы статьяһы буйынса, кешенең СССР, БССР дәүләт наградалары булһа, СССР, БССР һәм сит дәүләттәрҙең наградалары Беларусь Геройы миҙалынан һуң урынлаша. Беларусь Республикаһы ордендары һәм миҙалдары урынына бүләкләнеүселәр Беларусь Республикаһы дәүләт наградалары символдарын йөрөтә алалар, уларҙың өлгөләре һәм йөрөтөү тәртибе Беларусь Республикаһы Президенты тарафынан билдәләнә[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.