Бекхэм Дэвид
инглиз футболсыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Дэвид Роберт Джозеф Бекхэм[14] (Бекем[15]; ингл. David Robert Joseph Beckham[16], инглиз телендә әйтелеү: [ˈbɛkəm ˈdʒəʊzəf ˈdeɪvɪd ˈrɒbət]; 2 май 1975 йыл)[17] — инглиз футболсыһы, ярымһаҡсы. Карьераһы дауамында «Манчестер Юнайтед», «Норт Преста Энд», «Реал Мадрид», «Милан», «Лос-Анджелес Гэлакси» һәм «Пари Сен-Жермен» клубтары өсөн сығыш яһай, шулай уҡ Англия йыйылма командаһы төҫтәрен яҡлай[18]. Айырыуса тупты штраф һыҙатынан тибеүҙә һәм стандарт ударҙарында юғары оҫталығы менән билдәле. 2011 йылда донъяның иң юғары эш хаҡы алған футболсыһы тип таныла[19].
Бекхэмдың профессиональ спорт карьераһы 1992 йылда 17 йәшендә «Манчестер Юнайтед» менән контрактҡа ҡул ҡуйылғандан башлана[20]. Бекхэм «Манчестер Юнайтед» менән Премьер-лигала — 6 тапҡыр, Англия Кубогында — 2 тапҡыр һәм чемпиондар лигаһы чемпионы титулын яулай. 2003 йылда ул «Реал Мадрид»ҡа күсә, унда дүрт миҙгел дауамында сығыш яһай[21], командалағы һуңғы миҙгелендә Испания чемпионатында еңә[22]. 2007 йылдың ғинуарында Бекхэм «Лос-Анджелес Гэлакси» менән биш йылға дөйөм суммаһы 32,5 миллион доллар булған контрактҡа ҡул ҡуя[23]. «Гэлакси» уйынсыһы булараҡ, Бекхэм Италияның «Милан» командаһы өсөн 2010—2009 йылдарҙа ҡуртым хоҡуғында уйнай. «Пари Сен-Жермендә» бер миҙгел үткәргәндән һуң, карьераһын тамамлай.
Бекхэм ФИФА версияһы буйынса «Йыл уйынсыһы» исемен ике тапҡыр яулай[20], 2004 йылда уҡ ул донъяның иң ҙур эш хаҡы алған футболсыһы була[24]. Бекхэм Британияның УЕФА-ның Чемпиондар лигаһында 100 матч уйнаған беренсе футболсыһы. 2000 йылдың 15 ноябренән[25] 2006 йылда донъя чемпионатына — карьераһы тамамланғанға тиклем Англия йыйылма командаһы капитаны була[26], ошо вазифала 58 уйын үткәрә. Бынан һуң да ул команда өсөн сығыш яһауын дауам итә, 2008 йылдың 26 мартында Францияға ҡаршы уйында Англия өсөн 100-сө уйынны үткәрә[27]. 2003—2004 йылдарҙа спорт тематикаһы буйынса эҙләүҙәрҙә[28] Google-да Бекхэм исеме иң популяр була һәм популяр, шул иҫәптән мода донъяһында ла, реклама бренды булып китә[29][30].
Бекхэм йырсы Girls Spice Виктория Бекхэм менән никахта (ҡыҙ фамилияһы — Адамс)[31] өс улы: Бруклин Джозеф, Ромео Джеймс, һәм Дэвид Круз һәм бер ҡыҙы — Харпер Севен бар[32][33].