From Wikipedia, the free encyclopedia
Бедренко Николай Васильевич (9 сентябрь 1923 йыл — 3 июль 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, һауа-десант батальоны сапёры, гвардия ефрейторы. Еңеү Парадында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Бедренко Николай Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 сентябрь 1923 |
Тыуған урыны | Казанка, Ҡаҙанболаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы |
Вафат булған көнө | 3 июль 1985 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Талгар[d], Алматы өлкәһе, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Никола́й Васи́льевич Бедре́нко 1923 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Казанка утарында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Казанка ауылы) тыуған. Рус. Башланғыс белемле. 1945 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. «Ҡаҫмарт» колхозында, Ейәнсура районының «Һарыҡсылыҡ» совхозында слесарь булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
1942 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында. Воронеж, Төньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, 2-се Украина һәм 2-се Алыҫ Көнсығыш фронттарында һуғышҡан, Сталинград алышында, Украинаны, Молдавияны, Румынияны, Венгрияны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ике тапҡыр ҡаты яралана, ике тапҡыр контузия ала.
Гвардия ефрейторы Н. В. Бедренко Тисасёллёш ҡалаһы районында (Венгрия) Тиса йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 4-нән 5 ноябргә ҡарай төндә Николай Бедренко дивизия разведчиктары төркөмөн Тиса йылғаһының көнбайыш ярына аша сығара. Кәмә йылға уртаһына етеүгә, уларға ҡаршы пулемёт ут өйөрмәһе аса. Н. В. Бедренко, ут аҫтында манёвр яһап, ишеп ярға яҡынлай һәм, разведчиктар менән бергә ярға сығып, һуғышта ҡатнаша. Һөҙөмтәлә фронт буйынса 600 метр һуҙымында траншеяларҙан дошман ҡыуып сығарыла, был полк составын йылға аша сығарырға һәм биләгән плацдармда нығынырға, уны киңәйтергә мөмкинлек бирә.
3-сө уҡсылар полкы һуғышсыларын йылға аша сығарғанда, мина шартлауы һөҙөмтәһендә кәмә түңкәрелә. Н. В. Бедренко йөҙөп кәмәне ярға алып сыға, һыуын түгә һәм, боҙло һыуҙа лыс һыу булыуға ҡарамаҫтан, яугирҙәрҙе һәм боеприпастарҙы ташыуын дауам итә, төн эсендә утыҙ рейс яһай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 апрелендәге Указы менән ефрейтор Николай Васильевич Бедренкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм "Алтын йондоҙ" миҙалы тапшырыла(№ 7421)[1][2].
Бедренко һуғышты Прагала тамамлай. Ул 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда тарихи Еңеү Парадында ҡатнаша.
Н. В. Бедренко 1945 йылдағы Совет-Япон һуғышында ҡатнашҡан.
Һуғыштан һуң Н. В. Бедренко Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында йәшәй. 1950 йылда ул Ҡаҙағстанға, Алма-Ата өлкәһенең Талгар ҡалаһына күсеп бара, шофер булып эшләй. 1985 йылдың 3 июлендә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.