From Wikipedia, the free encyclopedia
Баҡалы рус. Бакалка — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ырымбур районындағы ҡасаба. Себенле ауыл советы составына инә.
Баҡалы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Себенле ауыл советы[1] |
Халыҡ һаны | 380 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 460550 |
Ҡасаба район үҙәге — Ырымбур ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан.
Баҡалы ҡасабаһы бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3]. |
1736 йылда Бәләбәй губернаһы өйәҙендә Баҡалы ҡәлғәһе ҡоролған, ул үҙенең исемен Ағиҙел йылғаһының ҙур булмаған һул ҡушылдығы Баҡалы йылғаһынан алған. Баҡалы ҡәлғәһенә (һуңғараҡ Баҡалы станицаһы) һәм уның эргәһендәге ҡайһы бер ҡасабаларға православие ҡабул иткән татарҙар күсерелгән. Динен алмаштырған татарҙар ошонан һуң казаклыҡҡа ҡабул ителгән һәм баҡалы казактары тип атала башлаған.
1835 йылда Орск ҡәлғәһенән Троицк ауылына тиклем Рәсәйҙең яңы сик һыҙаты үткәрелә. Бер нисә йылдан, 1842 йылда, казактар Яңы линияға күсерелә башлай. Баҡаалы казактарының күбеһе тиерлек Яңы линияға күсерелә. Бер аҙ өлөшө Яңы линия үткән Һаҡмар йылғаһы буйына күсерелә. Был урын Пречистенканан һәм Чёрный отрог ауылдарынан алыҫ түгел урында була. Фараз итеүҙәренсә, Баҡалы ҡасабаһы 1842 йылда барлыҡҡа килгән[4].
Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы ғалим Б. Я. Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында бәйән итеүенсә, Баҡалы ҡасабаһы үҙенең атамаһын элекке йәшәгән урыны — Башҡортостандығы Баҡалы ҡәлғәһенән алған (хәҙерге Баҡалы ауылы).
Ойконим үҙ сиратында Ағиҙел йылғаһының ҙур булмаған һул ҡушылдығы Баҡалы йылғаһынан хасил булған. Моғайын, был йылға тирәһендә баҡа һәм башҡа ер-һыу йәнлеге күп булғандыр, тип фараз итә ғалим[5].
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[6] |
380 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.