Башҡорт полктары һәйкәле
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт полктары һәйкәле — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында урынлашҡан.
Һәйкәл | |
Башҡорт полктары һәйкәле | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Урыны | Башҡортостан, Сибай ҡалаһы |
Нигеҙләнгән | 2012 йыл |
Бейеклеге | 7,5 метр |
Материал | бронза |
Башҡорт полктары һәйкәле Викимилектә |
Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуына арналған Башҡортостанда тәүге һәйкәл.
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, башҡорттар тарафынан 20 полк ойошторолған, шуларҙың өсөһө хәҙер Сибай ҡалаһы урынлашҡан урында — Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡушылған ерҙә формалашҡан.
Башҡорт полктарына бағышланған һәйкәл 2012 йылдың 12 октябрендә тантаналы рәүештә асылған. Һәйкәлдең авторы – В. И. Кириллов етәкселегендәге ижади коллектив[1].
Һәйкәл Сибай ҡалаһының Таусылар проспекты менән Ф.Белов урамы киҫелешендәге скверға ҡуйылған.
Һәйкәл атҡа атланған башҡорт яугиры скульптураһынан ғибәрәт. Яугир ҡулында ян тотҡан.
Бронзанан яһалған һәйкәлдең бейеклеге — 3,5 метр. Ә ул ҡуйылған постаменттың бейеклеге 4 метр тәшкил итә. Постамент гранит менән йөҙләнгән, уға башҡорт һәм рус телдәрендә «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар Башҡорт полктарына бағышлана» тип яҙылған таҡтаташтар эленгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.