Башҡортостандың хайуандар донъяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан фаунаһы төрлө-төрлө. Уның ерҙәрендә хайуандарҙың Көнбайыштағы киң япраҡлы урмандар өсөн хас төрҙәре лә, шулай уҡ Азияға хас төрҙәре лә йәшәй. Барлығы 120 бер күҙәнәклеләр, 700 төргә яҡын селәүсендәр, 121 молюскылар, яҡынса 5000 төр быуынтығаяҡлылар, 47 төр балыҡтар, 10 төр һөйрәлеүселәр, 300 төр тирәһе ҡоштар һәм 76 төр имеҙеүселәр бар.