Башнефть
нефть компанияһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Башнефть» — Рәсәй нефть компанияһы, асыҡ акционер йәмғиәте. Баш офисы Өфөлә урынлашҡан. «Башнефть» 2014 йылға тиклем «Система» асыҡ акционер йәмғиәте составында ине. Башҡортостанда һалымды иң күп түләүсе ойошма[3]. 21.06.2015 сығарылған Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Башнефть компанияһының акцияларының 25.7 проценты Башҡортостан Республикаһы милкетенә бирелде.(недоступная ссылка)
«АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Листинг на бирже |
Ҡалып:MOEX |
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы |
Башҡортостан: Өфө (де-юре); |
Төп фигуралар |
Текслер Алексей Леонидович (директорҙар советы рәйесе), Корсик Александр Леонидович (президент) |
Тармаҡ |
нефть эшкәртеү, нефть етештереү, нефтехимия, нефть продуктары һатыу |
Әйләнеш |
▲ 517,5 млрд һум (2013 йыл,)[2] |
Операцион килем |
▲ 249,2 млрд һум (2013 йыл, РСБУ) |
Килем |
▲ 69,1 млрд һум (2013 йыл, РСБУ) |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
25 мең кеше |
Материнская компания |
Система АФК-һы |
Аудитор |
(2011 йыл) |
Сайт | |
Башнефть Викимилектә | |
2016 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев «Башнефть» йәмғиәтенең 50,075 процент акцияларынан торған "дәүләт пакеты"н 329,7 миллиард һумға «Роснефть» йәмғиәтенә һатыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы[4].
Ырымбур өлкәһе, Татарстан, Удмуртия, Ненец һәм Ханты-Манси округтар территорияларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һәм башҡа киң продукция ассортиментын етештерә. Продукцияһы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәcәйҙен башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.
Ойошма ЦСКА футбол клубы спонсоры булды.