мәғлүмәт агентлығы From Wikipedia, the free encyclopedia
Башинформ — Башҡортостан Республикаһының төп мәғлүмәт агентлығы. Рәсми исеме «„Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (урыҫса ОАО "Информационное агентство «Башинформ»).
Башинформ | |
Нигеҙләү датаһы | 1 август 1992[1] |
---|---|
Рәсми тел | башҡортса, урыҫ теле һәм инглизсә |
Дәүләт | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Өфө, Рәсәй |
Мөхәррир | Вәлиев Артем Валерьевич[d] |
Рәсми сайт | bashinform.ru |
Ойоштороусыһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. «Башинформ» Өфө ҡалаһының Киров урамындағы 45-се йортта урынлашҡан. Агентлыҡ бар мәғлүмәтте башҡорт[2], урыҫ[3], инглиз[4] телдәрендә электрон почта ярҙамында һәм Интернеттағы үҙенең сайты аша тарата.
1992 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының ҡарары менән быға тиклем сығып килгән «Версия» исемле гәзит нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһының „Версия“ мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы» ойошторола[5]. 1992—1994 йылдарҙа агентлыҡ республиканың Эске эштәр министрлығында, Өфөләге Ленин урамының 7-се йортонда урынлаша.
1994 йылда «Версия» агентлығы «Башинформ» дәүләт мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы итеп, ә 1995 йылдан «Башинформ» дәүләт мәғлүмәт агентлығы итеп үҙгәртелә. 1995—2002 йылдарҙа Ғафури урамындағы 101-се йортта эшләй.
2002 йылдан ул әлеге атамаһын ала һәм «„Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип йөрөтөлә. 2002 йылда йәмғиәттең Директорҙар советының тәүге рәйесе Илдар Ғимаев башланғысы менән «Башинформ» мәғлүмәт агегнтлығына элекке «Башфото» — «Нур» тресының Киров урамындағы 45-се йортта урынлашҡан бинаһы бирелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.