Баффин диңгеҙе, ҡайһы саҡта Баффин ҡултығы, Билот ҡултығы[1] (ингл. Baffin Bay, франц. Baie de Baffin) — Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Гренландияның көнбайыш ярҙарын йыуа һәм Атлантик океандың Лабрадор диңгеҙе менән сиктәш. Диңгеҙ көньяҡтан төньяҡҡа 1130 км-ға һуҙылған. Йылдың күп өлөшөндә айсбергтар күп булғанлыҡтан навигация мөмкин түгел.

Ҡыҫҡа факттар Баффин диңгеҙе, Майҙаны ...
Баффин диңгеҙе
Thumb
Майҙаны689 000 км²
Күләме593 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек2136 м
Уртаса тәрәнлек861 м
Thumb
Баффин диңгеҙе Нунавут (Канада) һәм Гренландия (Дания).     Нунавут     Квебек     Ньюфаундленд һәм Лабрадор     Төньяҡ-Көнбайыш территориялар     Канада ҡарамағында булмаған территориялар (Гренландия, Исландия)
 Баффин диңгеҙе Викимилектә
Ябырға

Тарих

1585 йылда инглиз тикшеренеүсеһе Джон Дэвис европалылар араһында тәүгеләрҙән булып Баффин диңгеҙе һыуҙарына үтеп инә. Уильям Баффин Арктикаға биш экспедицияла ҡатнаша һәм 1616 йылда Баффин диңгеҙен тасуирлай[2]. Был экспедициялары барышында тикшеренеүсе Гудзон ҡултығы аша Американы төньяҡтан уратыуы мөмкин түгелеген иҫбат итә[3].

География

Thumb
Баффин диңгеҙендәге айсберг

Баффин диңгеҙе — көнбайышта Баффин Ере, көнсығышта Гренландия һәм төньяҡта Элсмир утрауҙары менән сикләнгән Төньяҡ Боҙло океандың бер өлөшө.

Атлантик океан менән Девис боғаҙы аша һәм Төньяҡ Боҙло океан менән Нэрс боғаҙы аша тоташа.

Шулай уҡ Баффин диңгеҙе Лабрадор диңгеҙенең дауамы булып тора[4].

Тәбиғәт

Баффин диңгеҙендә ваҡ балыҡ һәм ҡыҫала һымаҡтар менән туҡланыусы яҡынса 21 000 кит-белухалар тереклек итә[5]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.