![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/dd/ADO_5721.jpg/640px-ADO_5721.jpg&w=640&q=50)
Балалар баҡсаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Балалар баҡсаһы — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы йәмәғәт тәрбиәләү учреждениеһы. Учреждение төрө булараҡ балалар баҡсалары күпселек илдә бар һәм халыҡ мәғарифы системаһында (ата-әсәләрҙән алған белемде һанамағанда) беренсе звено булып тора.
Балалар баҡсаһы | |
![]() | |
Целевая аудитория | preschool student[d] |
---|---|
![]() |
Балалар баҡсалары системаһы уларҙың ата-әсәләренең мәшғүллеген киң һәм дөйөм рәүештә хәл итеүгә йүнәлтелә (шуның өсөн балалар баҡсаларында эш ваҡыты күпселек һөнәрҙәрҙең эш графигы менән тура килә: аҙнаһына биш көн иртәнге 7-нән киске 7-гә тиклем). Баҡсалары системаһында шулай уҡ балаларҙы мәктәпкә әҙерләү ҙә тормошҡа ашырыла — улар минималь кимәлдә уҡырға, яҙырға һәм иҫәпләргә өйрәнә.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3c/Parent%27s_day_at_Eirfan%27s_Kindergarten.jpg/640px-Parent%27s_day_at_Eirfan%27s_Kindergarten.jpg)
Шулай уҡ балалар баҡсаһында балаларға тәртип мәҙәниәте нигеҙҙәре һалына. Мәктәпкә әҙерләүҙән тыш бында уларға шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтәләр, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләйҙәр.