Аҡ күл (Мәскәү)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡ күл — Мәскәүҙең Көнсығыш административ округы Косино-Ухтомский районындағы күл. 2006 йылдан алып «Косинский» тәбиғи-тарихи паркы биләмәһенең өлөшө булып тора[1]. Яҡындағы күлдәр менән Косинский күлдәр системаһы составында тора.
Аҡ күл — Косинский күл комплексындағы иң ҙур күл. Овал формала, күл көҙгөһө майҙаны 27,5 га тәшкил итә[2]. Ҡаршы яҡ ярҙары аралары — 710 һәм 530 метр. Максималь тәрәнлеге — 19 метр, уртаса — 4,5 метр. Күлдең атамалаһы һыу харктеристикаһынан килеп сыҡҡан. Был тәрән булмаған, ә ныҡ йылытылған эвтрофный һыу ятҡылығы; һыуы үтә күренмәле, ҡомло ташлы, ҡайһы бер урындары ләм менән ҡапланған. Күл ер өҫтө һәм грунт һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Шулай уҡ уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ағым бар, шул ағым менән ул Черное күле менән тоташҡан. Ярҙары һөҙәк , ҡоро, бөтә тирә яғында ла тиерлек ауыл ҡаралтылары бар. Көнсығыш яғында ҡорам комплексы һәм Косинский фабрикаһының таш бинаһы тора[3].
Күл Нищенка йылғаһы бассейнында урынлашҡан. Күл һыуы Косинский шишмәһе, артабан күл ҡылым менән Пономарка һәм Нищенка йылғалары менән тоташҡан. Һыу алмашыуҙың әкренлеге ҡылым менән бәйле, улар әленән-әле йәй кибеп ҡала[4]. Күл Кузьминский быуаһынан Жулебино торлаҡ комплексы, һәм шулай уҡ Ухтомский һәм Кожуховский һыу системалары — артезиан скважиналарын бикләсе коллектор менән айырылған. 1950 йылда, торф эшкәрткән саҡта Аҡ һәм Ҡара күлдәр араһында яһалма һыу ятҡылыҡтары яһайҙар, уларҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә күлдәрҙең һыуы бер кимәлдә һаҡлана[5].
Күл буйындағы ҡомло пляждар, кәмә прокат пункты эшләй, балалар диңгеҙ клубы, балыҡсы йорто һәм МЧС ҡотҡарыу станцияһы эшләй[6][7][8]. Пикник зонаһы менән балыҡ тотоу зонаһында мангал, беседка, урналар, өҫтәл һәм кибеттәр бар[9][10][11].
2016 йылда Аҡ күл янында тәүге тапҡыр Hard Out Work Кубогы өсөн воркаут ярышы үткәрелә[12]. Күл эргәһендә Хәрби-диңгеҙ флоты көндәренең байрамы, шулай уҡ фестивалдәр, Нептун көнө, спорт ярыштары, һыу аттракционы, викторина һәм конкурстар үткәрелә [13]. Йыл һайын Косинский диңгеҙ клубы Петр I ботигын күлгә төшөрә[14].
Ҡышын күлдә Крещение Господня ваҡытында күлгә сумыусылар өсөн мәкеләр уйыла, улар янында кейем алмаштырыу һәм йылыныу пункттары эшләй[15][16]. Күлдең тирә-яғы яҙ һайын талпандарҙан эшкәртелә[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.