Аҡаев Асҡар Аҡаевич
совет һәм ҡырғыҙ дәүләт, сәйәси һәм фәнни эшмәкәре. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡаев Асҡар Аҡаевич (10 ноябрь 1944 йыл) — Советтар Союзы һәм Ҡырғыҙстандың дәүләт, сәйәси һәм фәнни эшмәкәре.
1990 йылдың 27 октябренән алып 1991 йылдың 31 авгусына тиклем — Ҡырғыҙ ССР-ыпрезиденты. 1991 йылдың 31 авгусынан 2005 йылдың 11 апреленә тиклем — Ҡырғыҙ Республикаһы президенты. Дүрт тапҡыр (1990, 1991, 1995 һәм 2000) президент һайлауҙарында еңә. Бынан тыш, 1995 һәм 2003 йылдарҙағы бөтә халыҡ референдумдары барышында үҙ вәкәләттәрен оҙайта алды. Уның президентлыҡ осоро, бер яҡтан, сағыштырмаса сәйәси тотороҡлолоҡ дәүере тип баһаланһа, икенсе яҡтан — киң йәйелгән ришүәтселек һәм эшһеҙлек менән билдәләнә һәм илдә Ләлә революцияһы (унан һуң Рәсәйгә ҡасып килә) башланыуға алып килә. Ул ҡасып китеү менән, Республика Генпрокуратураһы Аҡаевҡа һәм уның ғаилә ағзаларына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата, Рәсәй Федерацияһына уны биреү тураһында тейешле запрос ебәрелә, әммә Рәсәй уны биреүҙән баш тарта. Ҡолатылғанынан бирле Мәскәүҙа мәжбүри эмиграцияла, һөнәри нигеҙҙә фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 2021 йылдың 2 авгусында, 16 йыл эсендә тәүге тапҡыр, Ҡырғыҙстанға ҡайта. Илгә килеп етеү менән ГКНБ-ға алып китәләр.
Профессор, физика-математика фәндәре докторы. 1989—1990 йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы фәндәр академияһы президенты. 2006 йылдың майынан Рәсәй фәндәр академияһының сит ил ағзаһы. Халыҡ-ара инженер академияһының почётлы ағзаһы.