![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/06/Atlantic_Ocean.png/640px-Atlantic_Ocean.png&w=640&q=50)
Атлантик океан
океан / From Wikipedia, the free encyclopedia
Атлантик океан — ҙурлығы буйынса Ерҙә Тымыҡ океандан һуң икенсе, төньяҡта Гренландия һәм Исландия, көнсығышта Европа һәм Африка, көнбайышта Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка һәм көньяҡта Антарктида араһында урынлашҡан.
Атлантик океан | |
---|---|
![]() | |
Майҙаны | 91,66 млн км² |
Күләме | 329,66 млн км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 8742 м |
Уртаса тәрәнлек | 3736 м |
![]() | |
![]() |
Майҙаны — 91,66 млн км², шуларҙың яҡынса 16 проценты диңгеҙҙәрҙә, ҡултыҡтарҙа һәм боғаҙҙарҙа. Яр буйы диңгеҙҙәренең майҙаны ҙур түгел һәм һыу майҙанының дөйөм майҙанының 1 проценттан артмай. Һыу күләме — 329,66 млн км², был Бөтә донъя океаны күләменең 25 процентына тиң. Уртаса тәрәнлеге — 3736 м, иң ҙуры — 8742 м (Пуэрто-Рико соҡоро). Океан һыуҙарының уртаса тоҙлолоғо — яҡынса 35 ‰. Атлантик океандың яр буйы һыҙаты төбәк һыуҙарына: диңгеҙҙәргә һәм ҡултыҡтарға бүленә.
Атамаһы боронғо грек мифологияһында титан Атлас (Атланта) атамаһынан килеп сыҡҡан, шунлыҡтан океан Атлантика тип атала.