Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Асҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, район үҙәге, Асҡар ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8378 кеше[1]. Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810001.
Ауыл | |
Аскарово башҡ. Асҡар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Агзамов Талгат Наил улы |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
9208 человек (2010) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34772 |
Почта индексы |
453620 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Асҡар ауылы Таңғатар йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Таңғатар йылғаһы буйлап Асҡар (Әбйәлил ауылы) барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Бөрйән районындағы шул уҡ исемле ауылдан айырыу өсөн уны 1-се Асҡар тип атағандар. Нигеҙ һалыусыһы Асҡар Бейешев булған, 1834 йылда уға 73 йәш тулған. Уның балалары Мөхәмәткәрим, Мөхәмәтхәким, Килдейәр, 1787 йылда Мөхәмәтйәр (уның балалары Ишйәр, Аллаяр, Алламорат) тыуған. Асҡарҙың өлкән ағаһы Хужа Бейешев (балалары Ишмөхәмәт, Ишәле) билдәле[3]. Ауылдың икенсе исеме Түңгәүер улусы старшинаһы, Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Әбйәлил Яҡшыбаев исеменән килеп сыҡҡан. Уның улдары Әбделмәннән (улдары — Ишҡужа, Мөхәмәтфәйез (уның балалары Абдулла, Уйылдан, Ғитиәтулла) һәм йорт есаулы булып хеҙмәт иткән Абдулмоталлап (1786—1820). Абдулмоталлаптың улдары — Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтйосоп, Сәйфелмөлөк. Асҡар Бейешев менән Әбделмәннән Әбйәлилевтең йәшен сағыштырһаҡ, уларҙың бер йәштә булыуын күрербеҙ — икеһе лә 1761 йылда тыуғандар. Әбйәлил атамаһы Асҡарҙан алдараҡ булғаны асыҡлана. Шулай уҡ ауылдың барлыҡҡа килгән ваҡыты XVIII быуаттың 30—40-сы йылдарына тап килә.
V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Асҡарҙа 23 ихата булған, унда 96 ир-ат һәм 59 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. X йәниҫәп мәғлүмәттәре 81 йортта 237 ир-егет һәм 230 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнен күрһәтә.
1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән Исхаҡ Сәфәрғәлин һәм Сәғәҙәтдин Мөхәмәтрәхимов көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән.
Урал йылғаһы буйында сик буйы хеҙмәтен алып барған башҡорттар һәм мишәрҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында христиан динен ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, Әбйәлил ауылы кешеһе Һобайсолтан Яҡшымбәтов Магнит ҡәлғәһе руханийы йортонда суҡындырылған. Әммә ауылдаштары уны тупаҫ ҡаршы ала, шуға ла ул йәшәү урынын алмаштырырға мәжбүр була.
1865 йылда улустың үҙәген Әхмәт ауылынан Әбйәлил ауылына (1-се Асҡар) күсерелә, унда улус хөкүмәте ойошторола, аҙна һайын баҙар үткәрелә, мәсет эшләй.
Инйәр-ҡатайҙар, ҡыпсаҡтар, ҡарағай-ҡыпсаҡтар һәм тамъян-түңгәүерҙәр урынлашҡан Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөшөн этнографтар көнсығыш (Урал аръяғы) өлкәһе менән бик күп уртаҡ һыҙатлы тау өлкәһенә индерә.
Ыласын менән дә, йәнлек баҫтырып та һунар итмәгәндәр. Башлыса эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнгәндәр, әммә ҡышҡы яуым-төшөмдөң көслө булыуы сәбәпле, уларҙың малдары тибендә туҡлана алмаған. Ҡымыҙ һәм ҡорот эшләү киң таралыу ала. Күн һауыт-һаба бында ағастан эшләнгәндәре менән алмаштырыла. Ер өҫтөнә иҙән түшәлгән, ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм йылытыу өсөн сыуалы булған ағас өйҙәр ҡышҡы торлаҡ булып хеҙмәт итә. Ситән йорттар булмаған. Ғәҙәти йәйге торлаҡтары — бүрәнә бурама. Шулай уҡ ҡабыҡ аласыҡ һәм конус формаһындағы ҡыуыштар ҙа булған.
Асҡарҙар — малсылар. 75 йорттоң 55-кә яҡыны ылауға тейәлеп йәйләүгә сыҡҡан. 25 майҙан 1 июнгә тиклем — Маяғашлы, июнь-июль айҙарында — Көрәк, август аҙағына тиклем Наяғаҙы, Ирғәйле йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр.
XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 451 кеше йәшәгән 75 йортҡа 530 ат, 300 һыйыр, 200 һарыҡ һәм 40 кәзә тура килә. Игенселек яйлап халыҡтың көнкүрешенә үтеп ингән. 1842 йылда 450 кешенең һәр береһенә 7,3 бот яҙғы иген сәселгән. Ужым игене әлегә билдәле булмаған, 16 бот ҡына сәскәндәр.
Был өлкәлә умартасылыҡ та, солоҡсолоҡ та улустың көнсығышына ҡарағанда сағыштырмаса күберәк таралыу алған[4].
1919—1930 йылдарҙа Асҡар (Әбйәлил) ауылында Тамъян-Түңгәүер улусының үҙәге булған. 1920 йылда Асҡар ауылындағы 284 ихатала 1193 кеше йәшәгән[5].
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (90,5 %)[9].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1920 йыл 26 август | |||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 1796 | 917 | 879 |
1959 йыл 15 ғинуар | 2269 | 1082 | 1187 |
1970 йыл 15 ғинуар | 3095 | 1535 | 1560 |
1979 йыл 17 ғинуар | 4027 | 2010 | 2017 |
1989 йыл 12 ғинуар | 5189 | 2415 | 2774 |
2002 йыл 9 октябрь | 7067 | 3310 | 3757 |
2010 йыл 14 октябрь | 7634 | 3583 | 4051 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Асҡар ауылында күп профилле колледж, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе, гимназия, балалар баҡсалары, сәнғәт мәктәбе, балалар ижад йорто, йәш техниктар станцияһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Юрға» ат спорты мәктәбе, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, табип амбулаторияһы, район китапханаһы, Әбйәлил музейы бар. «Әбйәлил» һәм «Осҡон» гәзиттәре нәшер ителә[10].
Александр Пушкин урамы (рус. Александра Пушкина (улица)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.