Астероидтар билбауы
Ҡояш системаһының Марс һәм Юпитер орбиталары араһындағы өлкә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Астеро́идтар билбауы — Ҡояш системаһының Марс һәм Юпитер орбиталары араһында урынлашҡан өлкәһе, унда төрлө үлсәмдәге һәм ирекле формалағы астероидтар йәки бәләкәй планеталар тип йөрөтөлгән ғәйәт күп объекттар йыйылған.
Йыш ҡына Нептун орбитаһы артында әйләнгән Койпер билдауындағы кеүек кесе планеталарҙан, шулай уҡ һибелмә диск һәм Оорт болото яндарында йыйылған объекттарҙан һәм башҡа ошондай йыйылыу өлкәләренән айырмаһын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был өлкәне төп астероидтар билбауы[1] йәки төп билбау тип тә атайҙар[2][3].
«Астероидтар билбауы» һүҙбәйләнеше 1850-се йылдарҙан ҡулланыла башлай[4][5]. Был термин беренсе тапҡыр ҡулланылыуын Александр фон Гумбольдт исеме һәм уның «Kosmos — Entwurf einer physischen Weltbeschreibung» китабы менән бәйләйҙәр[6].
Төп билбауҙың дөйөм массаһы яҡынса Ай массаһының 4 процентын тәшкил итә, уның яртыһынан күбеһе дүрт эре объектҡа: Церера, (4) Веста, (2) Паллада һәм (10) Гигейға тура килә. Уларҙың уртаса диаметры — 400 километрҙан ашыу, ә араларында иң ҙуры булған Церераның диаметры — 950 км-нан ашыу, һәм уның массаһы Палада һәм Вестаның дөйөм массаһынан икеләтә артығыраҡ. Әммә бер нисә миллионлап иҫәпләнгән астероидтарҙың күбеһе байтаҡҡа бәләкәй, ҡайһы берҙәренең диаметры ни бары бер нисә метр ғына тәшкил итә. Астероидтар йыһан киңлегендә шул тиклем киң арауыҡҡа таралған, шуға ла был өлкә аша осоп үткән йыһан караптарының береһе лә уларҙан зыян күрмәй.
Астероидтар билбауының ошондай составта булыуының сәбәбе: билбау Юпитерға бик яҡын арауыҡта формалаша башлай, уның гравитацион ҡыры планетезималдәр орбиталарына даими рәүештә етди йоғонто яһап тора. Юпитерҙан килгән орбиталь энегияның артығы йыш ҡына был есемдәрҙең үҙ-ара ҡаты бәрелешеп тороуҙарына килтерә, һөҙөмтәлә улар протопланета булып уҡмаша һәм артабан ҙурая алмай.
Һөҙөмтәлә күпселек планетезималдәр күп һанлы ваҡ фрагменттарға ыуала, шуларҙың күп өлөшө йә Ҡояш системаһынан сығарып ташлана (астероидтар билбауының тығыҙлығы түбән булыуы нәҡ шуның менән аңлатыла), йә булмаһа улар, ер төркөмө планеталары менән бәрелешеп һуҙыңҡы орбиталарға күсә һәм Ҡояш системаһының эске өлкәһенә эләгә; был феномен һуңғы ауыр бомбаға тотоу тигән исем ала.
Был осорҙан һуң да астероидтар араһында үҙ-ара бәрелештәр булып тора. Һөҙөмтәлә күп һанлы астероидтар ғаиләләре — орбиталары һәм химик составтары оҡшаш булған есемдәр төркөмө барлыҡҡа килә, уларға әлеге ваҡытта булған байтаҡ астероидтар инә, шулай уҡ улар ваҡ йыһан туҙанын тыуҙырыуҙа һәм зодиакаль яҡтылыҡты формалаштырыуҙа ла ҡатнаша.
Бынан тыш Юпитер гравитацияһы ла тотороҡһоҙ орбиталар өлкәләрен булдыра, унда Юпитер менән резонанс булғанға күрә астероидтар юҡ тиерлек. Ул өлкәгә эләккән астероид сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡытта орбитаһынан Ҡояш системаһынан ситкә сығырып ташлана йәки эске планеталарҙың орбиталарын киҫеп үтеүсе астероидтар популяцияһын тулыландыра. Хәҙерге ваҡытта был өлкәләрҙә астероидтар юҡ тип әйтерлек, ләкин күп кенә ҙур булмаған астероидтар башҡа факторҙар йоғонтоһо аҫтында әкренләп үҙгәреүен дауам итә.
Ҡайһы бер астероидтарҙы айырып торған төп һыҙаты — уларҙың есемдең химик составы тураһында фекер йөрөтөү мөмкинлеген биргән спектры. Төп билбауҙа, химик составына ҡарап, астероидтарҙың төп өс спектраль класы бүленә: углерод (C класы), силикат (s класы) һәм металл йәки тимер (M класы). Астероидтарҙың был кластары, бигерәк тә металл класы, дөйөм алғанда йыһан индустрияһы һәм астероидтарҙы сәнәғәт үҙләштереүе йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу уята.