From Wikipedia, the free encyclopedia
Астахова Анна Михайловна (22 июнь (4 июль) 1886 йыл — 30 апрель 1971 йыл) — СССР филологы һәм фольклорисы, Урыҫ Төньяғы фольклорын тикшеренеүсе. Филология фәндәре докторы, профессор.
Ҡалып:ФИО
Анна Михайловна Астахова | |
Файл:АстаховаАннаМихайловна.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Кронштадт |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Ленинград |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
фольклористика |
Эшләгән урыны |
ГИИИ, |
Ғилми исеме |
профессор |
Уҡыусылары |
Б. Ф. Егоров, Б. Н. Путилов |
Ниндәй өлкәлә танылған |
былина эпостарын йыйыусы, рус халыҡ шиғри ижадын тикшерене=се |
Награда һәм премиялары | |
Анна Михайловна Астахова Кронштадтта хәрби моряк-мина полкы офицеры ғаиләһендә тыуа. Алты йәшендә әсәһен юғалта, ә 1903 йылда атаһы ла вафат була. 17 йәшендә ата-әсәһеҙ ҡалғас, шәхси дәрестәр бирә башлай. Петербург Изге Екатерина ордены училищеһы отличие менән тамамлай, 1903-1908 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтында тел-тарих бүлегендә уҡый
Рәсәй империяһының бер нисә ҡалаларының гимназияларында: Лифляндия губернаһының Валка ҡалаһында (1908—1909), Кавказда Тифлис губернаһының Тифлис ҡалаһында (1909—1911), ә һуңынан Петербургтың/Петроградтың Тенишев училищеһында (1912—1920) тарих һәм әҙәбиәт фәндәренән уҡыта.
1921—1931 йылдарҙа — рус әҙәбиәте уҡытыусыһы, Дәүләт сәнғәт тарихы институтында (ДСТИ) Юғары курстарҙы тамамлап, шунда ғилми хеҙмәткәр. 1926 йылда Заонежьела ДСТИ-ының беренсе ҙур комплекслы экспедицияһында ҡатнаша, уның барышында крәҫтиән мәҙәниәтенә сумғандан һуң фольклорсы булырға ныҡлы ҡарар итә. Совет фольклористикаһы тарихында мөһим урынға әйләнгән артабанғы өс экспедиция Пинега (1927), Мезень (1928), Печора (1929) йылғалары бассейндарының ҙур территорияларын солғап ала.
1931 йылда Дәүләт сәнғәт тарихы институты Дәүләт сәнғәт белеме академияһы (ДСБА) тип үҙгәртелә, унан фольклористика СССР Халыҡтарын өйрәнеү институтына күсерелә. 1933 йылда СССР Халыҡтарын өйрәнеү институты СССР ФА Антропология һәм этнография институтын барлыҡҡа килтереп, Антропология һәм этнография музейы (Кунсткамера) менән ҡушыла. Ошо осорҙа М. К. Азадовский (1888—1954) етәкселек иткән фольклор секцияһы 1933—1939 йылдарҙа был Институттың структур берәмеге була. 1939 йылда Фольклор комиссияһы (исеме 1937 йылдан) СССР Фәндәр Академияһының әҙәбиәт Институтына (Пушкин Йорто) күсерелә, унда СССР халыҡтары фольклоры бүлеге була.
1930 йылдар башында Ленинград ҡалаһы йырсыларының йырҙарын яҙҙыра. 1932 йылда «Ленинград урам йырсылары» йыйынтығы баҫмаға әҙерләнә, әммә цензура йәһәтенән ул донъя күрмәй. Пушкин йортоноң фоноархивында йырсыларҙың береһенең тауышы менән ДСИТ-ла яҙҙырылған балауыҙ валиктары һаҡланған, ә институттың ҡулъяҙма бүлегендә — йыр текстары һәм төҙөүсе комментарийҙары менән ҡаралама ҡулъяҙма[1].
1939—1965 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Рус әҙәбиәте институтының ғилми хеҙмәткәре, Халыҡ ижады бүлеге секретары, фольклор ҡулъяҙма һаҡлағысы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941/1942 йылдарҙа ҡышын үткәреп, блокадалы Ленинградта ҡала; 1942 йылдың июлендә Пушкин Йортондағы башҡа иҫән ҡалған хеҙмәткәрҙәр менән бергә Ҡазанға эвакуациялана. 1944 йылда «Рус былинаһы тарихында төньяҡ осор» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, уның ҡулъяҙмаһы 1948 йылда «Русский былинный эпос на Севере»[2] монографияһы рәүешендә эшкәртелә һәм нәшер ителә. 1949 йылдан — профессор.
Рус Төньяғына бер нисә фольклор экспедицияһы ойоштора. Карелияла, Пинегала, Мезеньдә һәм Печорала, Поморьела һәм Себерҙә, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәһендә экспедициялар ваҡытында рус халыҡ ауыҙ-тел ижадының 10 меңдән ашыу әҫәрен яҙып ала һәм артабан тикшерә. Фольклористика буйынса 200-ҙән ашыу баҫма хеҙмәт авторы.
Тикшеренеүҙәрендә А.П. Скафтымовтың 1920-се йылдарҙа «Поэтика и генезис былин» эшендә әйтелгән фекерен хуплай[3], Скафтымов тарихи ҡарашты тәнҡитләй һәм әүәлге замандың художестволы үҙенсәлеген — уларҙың эстетикаһын аңларға саҡыра.
Ошондай ҙур художестволы дөйөмләштереүҙәрҙә былиналарҙа тарихи үткәндәр сағылышы бирелә, һөҙөмтәлә билдәле бер осорҙоң йәки халыҡтың тарихи тормошоноң билдәле бер осороноң дөйөм картинаһы ғына килеп сыға... Шулай уҡ исемдәре билдәле бер тарихи эшмәкәрҙәргә барып тоташҡан батырҙар образдары ла тарихи портреттар бирмәй. Уларҙа герой тураһында, ысынбарлыҡты киң дөйөмләштереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән, идеаль төшөнсәләр төҙөлгән һәм героиканың төрлө типик күренештәре күрһәтелгән. Дошмандың былина кәүҙәләнеше тураһында ла шуны уҡ әйтеп була»[4].
1956 йылдан (беренсе томдың сығыуынан) һәм ғүмеренең аҙағына тиклем күп томлы ғилми баҫма — «Рус фольклоры» (1-13-сө томдар) йыйынтығын мөхәррирләй.
1971 йылдың 30 апрелендә вафат була. Санкт-Петербургтың Төньяҡ зыяратында ерләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.