Архангел Михаил соборы (Түбәнге Новгород)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Архангел Михаил соборы — ХVII быуаттың сатырлы архитектура һәйкәле. Ул Түбәнге Новгород кремле территорияһында урынлашҡан. Түбәнге Новгородтағы боронғо таш ҡорам, үҙенең тарихын ҡалаға нигеҙ һалынған ваҡыттан алып бара. Рус ғәскәрен ҡурсалаусы — архангел Михаил хөрмәтенә изгеләндерелгән.
Архангел Михаил соборы | |
Нигеҙләү датаһы | 1628 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | архангел Михаил[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Епархия | Нижегородская епархия[d] |
Бағышланған | архангел Михаил[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | тау тоҡомо |
Архитектура стиле | русская архитектура[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (Кремль и монастыри)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Рәсми сайт | amnne.cerkov.ru |
Указания, как добраться | Кремль |
Святой покровитель | архангел Михаил[d] |
Архангел Михаил соборы (Түбәнге Новгород) Викимилектә |
1221 йылда ағас сиркәү төҙөлә, ә 1227 йылда — аҡ таштан 4 бағаналы 3 апсидлы , өс ишекле собор төҙөлә. 1359 йылда сиркәү өр яңынан ҡайтанан төҙөлә. 23 апрель (3 май), 1628 йыл. Архитектор Лаврентий Семенов һәм уның үгәй улы Антип етәкселегендә сиркәү яңынан һалына. Сиркәүҙе Түбәнге Новгород ополчениеһы иҫтәлегенә тергеҙәләр һәм уны 1631 йылда тамамлайҙар[2].
1704 йылда, Кремлдәге янғын ваҡытында, Архангел соборы зыян күрә. Табыныу хеҙмәте 18 (29) март 1732, 1732 йылда яңынан башлана, ҡорамды Түбәнге Новгород архиепискобы Питирим яңынан изгеләндерә.
1962 йылда, Святослав Агафонов етәкселегендә сиркәү реставрациялана, соборға элек Спасо-Преображенский соборында торған Кузьма Мининдың мәйете күсереп ҡуйыла[3].
2006 йылдың 16 февралендә Түбәнге Новгородҡа рәсми визит менән Рәсәй Президенты Владимир Путин килә. Ул Түбәнге Новгород кремленә килә һәм собор кәшәнәһендәге Кузьма Минин ҡәберенә сәскәләр һала[4].
2008 йылда соборҙан алыҫ түгел урында кенәз Юрий Всеволодович һәм епископ Симон Суздальскийға һәйкәл ҡуйыла. 17 февралдә уны асыу тантанаһы була. Түбәнге Новгородта был байрам көнөндә бөтә сиркәүҙәрҙә лә литургия үткәрәләр. Түбәнге Новгород һәм Арзамас архиепискобы Георгий һәйкәлде изгеләндерә.
2009 йылдың 16 мартында Архангел Михаил соборына Түбәнге Новгород закондар йыйылышы депутаттары 9 ҡыңғырау бүләк итә[5]. 2009 йылдың 26 мартында ҡыңғырау манараһына иң ауыр ҡыңғырау —(Законник) Ҡанунсы — күтәрелеп, аҫып ҡуйыла [6], уның ауырлығы — 530 килограмм.
2009 йылдың сентябрь айында ғибәҙәтханаға бөтә Русь һәм Мәскәү патриархы Кирилл килә. Патриарх сиркәүҙә баҡыйлыҡта ятҡан патриот Кузьма Мининдың иҫтәлегенә бағышлап, мәрхүм өсөн лития уҡый[7]. Соборға килеүенең иҫтәлеге итеп, ул ғибәҙәтханаға Ҡазан Божья Матерь иконаһын бүләккә бирә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.