![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/9c/RomanVirgilFolio001rEclogues.jpg/640px-RomanVirgilFolio001rEclogues.jpg&w=640&q=50)
Антик әҙәбиәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Антик әҙәбиәт (лат. Antiquus — боронғо) — Урта диңгеҙ бассейнында (Балҡан һәм Аппенин ярымутрауҙарында, шулай уҡ сиктәш утрауҙарҙа һәм яр буйҙарында) үҫешкән боронғо гректар һәм римляндар әҙәбиәте. Уның латин һәм грек теленең диалекттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән яҙма ҡомартҡылары беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡҡа һәм беҙҙең эраның I мең йыллығына ҡарай. Антик әҙәбиәт боронғо грек һәм боронғо рим әҙәбиәттәренән тора. Тарихи яҡтан грек әҙәбиәте рим әҙәбиәтенән алдараҡ барлыҡҡа килгән.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/9c/RomanVirgilFolio001rEclogues.jpg/640px-RomanVirgilFolio001rEclogues.jpg)
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f0/Bildhuggarkonst%2C_Sofokles%2C_Nordisk_familjebok.png/640px-Bildhuggarkonst%2C_Sofokles%2C_Nordisk_familjebok.png)