From Wikipedia, the free encyclopedia
Андреев ҡултығы — Таганрог морононоң төньяҡ өлөшөндәге Таганрог ҡалаһының Таганрог металлургия заводы янында урынлашҡан Азов диңгеҙе бухтаһы.
Андреев ҡултығы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Таганрог ҡултығы |
Ил | |
Таганрог металлургия заводы бухтаһы, хәҙер Андреев бухтаһы XIX һәм XX быуаттарҙа Ҙур Ташбаҡа соҡороноң Таганрог ҡултығына ҡушылған урынында тора[1]. Был яҡҡа ике тимер юлы һуҙылған, улар бухтаны завод территорияһы менән тоташтыра. Һыу территорияһында металл һәм ағас конструкциялар ярҙамында ҡоролған өс пристань бар. Улар янында металлургия заводына Керчь һәм Украинанан сеймал ташыусы йөк караптары туҡталып торған. Һуңыраҡ бында элеватор төҙөлә.
2015 йылдың апрелендә Андреев бухтаһы киң мәғлүмәт сараларында ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында иҫкә алына: яр буйында эшләгән кран һыуға ҡолай[2]. Кранда эшләүсене төҙөүселәр үҙҙәре ҡотҡара һәм Таганрог ашығыс ярҙам күрһәтеү дауаханаһына алып килә. Зыян күргән эшсенең баш һөйәге, мейеһе зарарланған була.
«Андреев ҡултығы» топонимик атамаһы Таганрог металлургия заводына бәйле бирелә. 1930-сы йылдарҙа күренекле совет партия һәм дәүләт эшмәкәре А. А. Андреев хөрмәтенә «Андреев исемендәге Таганрог дәүләт металлургия заводы» тип атала[3].
Андреев ҡултығы Таганрог морононоң төньяғында, ҡала эсендә, Таганрог металлургия заводы янында, Социалистик һәм Адмирал Крюйс урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.