From Wikipedia, the free encyclopedia
"Таганрог металлургия заводы "Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (ААЙ «ТАГМЕТ») — рәсәй металлургия кәсепханаһы, Рәсәйҙәге торбалар эшләүсе иң ҙур металлургия кәсепханаһы (предприятие). Ул «Оло һигеҙ» торбалар эшләү заводына ҡарай[2]. Ҡорос һәм торбалар сығарыуҙа махсуслашҡан. Торба металлургия компанияһына инә[3].
ААЙ «Таганрог металлургия заводы» | |
Файл:Logo Tagmet.jpg | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл |
1896 |
Нигеҙләүселәр |
Альберт Нев |
Урынлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы: Таганрог, Ростов өлкәһе |
Төп фигуралар |
Сергей Иванович Билан (идара итеүсе директор) |
Тармаҡ |
Ҡара металлургия |
Продукция |
Ҡорос, нефть сортаменты торбалары, һыу, газ үткәреү торбалары |
Төшөм |
▲ 26,712 млрд һум. (2008 йыл, РБСУ)[1] |
Табыш |
▼ 0,753 млрд һум. (2008 йыл, РБСУ) |
Эшселәр һаны |
6000 (2016 йыл) |
Наградарары | |
Сайт |
Таганрогта 1896 йылда титуляр кәңәшсе Н. Т. Флиге һәм бельгия подданныйҙары граф П. де Гемптин, Л. Тразенстер һәм Ю. Б. Герпеньи металлургия заводы төҙөү өсөн Рус-Бельгия акционерҙары йәмғиәтен барлыҡҡа килтерәләр. Уның төп акционеры Бельгия гражданы Альберт Нев була. Ул Көньяҡ-Көнсығыш тау идаралығына завод төҙөү " Бельгия капиталистары булған Угрэ(Бельгия) Металлургия акционерҙар йәмғиәте" һәм Француз торбалар заводы йәмғиәте акционерҙары, шулай уҡ Бельгияның Жюпильи ҡорос прокатлау заводы акционерҙары инициативаһында алып барыла "[4] ип хат яҙған.
Льеж ҡалаһының иҫке бельгия заводы фирмаһы «Джон Коккерилдән» завод йыһаздары һүттерелеп Таганрогҡа ксереп килтерелгән.
Заводты рәсми асыу тантанаһы 1897 йылдың 28 июнендә үтә. Был ваҡытҡа заводтың беренсе домна һәм мартен мейестәре тоҡандырыла, листопрокат цехын әҙерлек һыҙығына ҡуялар[5].
Беренсе продукцияны завод 1897 йылдың 27 сентябрендә сығара. Бельгия инженерҙары, урта звено етәкселәре улар өсөн завод янында «Колонка» районында махсус төҙөлгән дйорттарға урынлаштырыла[6].
1914 йылда завод хәрби продукция: броня биттәр, шрапнель гранаталары — сығара.
1913 йылдың яҙында Таганрог металлургия йәмғиәте Керчь металлургия комбинатын һатып ала.
1918 йылда завод хөкүмәткә алына.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.