Алтын бутса
Йыл һайын футбол буйынса бирелгән награда / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Алтын бутса» (рус. Золотая бутса,ингл. European Golden Shoe) — УЕФА ағзаһы булған илдәрҙең милли чемпионаттарында йыл һайын иң яҡшы бомбардирға бирелә торған футбол наградаһы[1]. Тәүге тапҡыр 1968 йылда тапшырыла. 1997 йылдан Европа спорт баҫмалары ассоциацияһы (ингл. European Sports Media) һәм Adidas компанияһы ойоштороусылар булып тора.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Спорт төрө ...
Алтын бутса | |
ингл. European Golden Shoe | |
Нигеҙләү датаһы | 1968 |
---|---|
Спорт төрө | Футбол |
Награда тапшырыусы | European Sports Media[d] |
Башланыу датаһы | 2030 |
Рәсми сайт | eusm.eu/item/goldenshoe_… |
Алтын бутса Викимилектә |
Ябырға
Бер миҙгел эсендә иң күп мәрәй йыйған уйынсы еңеүсе була. Төрлө осорҙарында наградаға лайыҡлыларҙы билдәләү ҡағиҙәләре үҙгәреп тора. Әлеге ваҡытта был наградаға 35 уйынсы лайыҡ була, 1992 йылдан 1996 йылға тиклем тапшырылмай, әммә 1997 йылдан яңынан тергеҙелә[2].