![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/4a/Xabi_Alonso_Training_2017-03_FC_Bayern_Muenchen-3_%2528cropped%2529.jpg/640px-Xabi_Alonso_Training_2017-03_FC_Bayern_Muenchen-3_%2528cropped%2529.jpg&w=640&q=50)
Алонсо Хаби
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хабьер[4] Алонсо Олано (исп. Xabier Alonso Olano), йышыраҡ Хаби Алонсо булараҡ билдәле (исп. Xabi Alonso; 25 ноябрь 1981 йыл, Толоса, Басктар иле) — Испания футболсыһы, ярымһаҡсы, тренер. Өс донъя (2006, 2010, 2014) һөм өс Европа чемпионатында (2004, 2008, 2012) ҡатнаша. 2018 йылдың 29 авгусынан — «Реал Мадрид» клубының 14 йәшкә тиклемге юниорҙар командаһы тренеры.
![]() | ||
![]() | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Хабьер Алонсо Олано | |
Тыуа | 25 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…] (42 йәш) Толоса[d], Гипускоа[d], Страна Басков[d], Испания | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 183 см | |
Клубы | ||
Клубы | ![]() | |
Вазифа | баш тренер | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1995—1997 | ![]() | |
1997—1998 | ![]() | |
1998—1999 | ![]() | |
Клуб карьераһы* | ||
1999—2004 | ![]() |
116 (9) |
1999—2000 | → ![]() |
39 (2) |
2000—2001 | → ![]() |
14 (0) |
2004—2009 | ![]() |
142 (15) |
2009—2014 | ![]() |
158 (4) |
2014—2017 | ![]() |
79 (5) |
Йыйылма командаһы** | ||
2000 | ![]() |
1 (0) |
2002—2003 | ![]() |
9 (0) |
2003—2014 | ![]() |
114 (16) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | ЮАР 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Бронза | ЮАР 2009 | |
Европа чемпионаты | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Клуб кимәлендә Алонсо Чемпиондар лигаһы (2004/05,2013/14), УЕФА Суперкубогы (2005, 2014), Англия кубогы (2005/06), Англия Суперкубогы (2006), Испания кубогы (2010/11, 2013/14), Испания чемпионаты (2011/12) һәм Испания Суперкубогы (2012) еңеүсеһе. Йыйылма командаһы составында Хаби— ике тапҡыр Евро (2008, 2012) һәм донъя чемпионы (2010).
Алонсо карьераһын тыуған төбәге Гипускоаның төп командаһы — «Реал Сосьедадта» башлай, 1999 йылда дебютын үткәрә. 2000/01 йылдар миҙгелендә Хаби ҡуртым хоҡуғында ярты йылға икенсе дивизиондың «Эйбар» клубына күсә. Кире ҡайтҡас, төп составта уйнай башлай. 2001/02 йылдар миҙгелендә баск беренсе Голдарн индерә. Киләһе миҙгелдә чемпионаттың көмөш миҙалын яулауҙа Алонсо төп роль уйнай, уның арҡаһында клуб Чемпиондар лигаһына квалификациялана. 2003/04 йылдар миҙгеле Хаби өсөн «Сосьедад» клубында һуңғыһы була. 2004 йылдың йәйендә Алонсоно «Ливерпуль» һатып ала (10,5 млн £). "Ҡыҙыл"дар составында тәүге миҙгелдә испанлы Чемпиондары лигаһы еңеүсеһе була. 2005/06 йылдар миҙгелендә Хаби тағы ике трофей яулай: Европа суперкубогы һәм Англия кубогы. Артабанғы өс миҙгелдә «Энфилд» стадионында испанлы Англия суперкубогына эйә була, шулай уҡ Чемпиондар Лигаһының финалына етә һәм Англия чемпионатында көмөш миҙал яулай. 2009 йылдың трансфер «тәҙрәһендә» Алонсо 30 миллион евроға Мадридтың "Реал"ына күсә[5], унда Чемпиондар лигаһы[6], Испания чемпионаты һәм Суперкубогы, шулай уҡ ике тапҡыр Испания кубогының еңеүсеһе була. 2014 йылда, биш йылын «Реал» составында үткәргәндән һуң Хаби ике йылға «Бавария»ға күсә[7].
Алонсо Испания йыйылма командаһында 21 йәшендә 2003 йылдың 30 апрелендә Эквадор командаһы менән иптәштәрсә матчта уйнай башлай. Был уйында испандар 4:0 иҫәбе менән еңә. Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған ваҡытта Алонсо, Евро-2008, Евро-2012 һәм Донъя чемпионаты-2010 еңеүсеһе була. 2012 йылдың 23 июнендә Евро-2012 ярымфиналында Францияға ҡаршы уйында Испания йыйылма командаһы өсөн 100-сө матчын үткәрә: был ваҡиғаны ул ике гол индереп һәм Испанияны ярымфиналға сығарып билдәләй.
Алыҫ алыҫ дистанциянан гол индереү оҫталығы менән айырыла. 2006 йылда Англия кубогы уйындарында «Лутон Таун» менән уйнағанда алыҫ арауыҡтан ике гол индерә, береһе яҡынса 60 метрҙы тәшкил итә. Шул уҡ йылдың сентябрендә Премьер-лигала «Ньюкасл Юнайтед» менән уйнағанда майҙандың үҙ ярытыһынан тибеп гол индерә.