Совет хәрби эшмәкәре, 2-се ранг командармы (1935) From Wikipedia, the free encyclopedia
Я́ков Ива́нович А́лкснис (Алкснис-Астров латыш. Jēkabs Alksnis 1897 йылдың 26 ғинуары, Рәсәй империяһы, Лифлянд губернаһы, Наукшен улусы (хәҙер — Латвияның Наукшен крайы) Пакули утары — 1938 йылдың 29 июле, СССР Мәскәү өлкәһе "Коммунарка"ның атыу полигоны) — СССР хәрби эшмәкәре, 2-се ранг командармы[1] (1935 йыл)
Яков Иванович Алкснис | |||||
латыш. Jēkabs Alksnis | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Пакули утары, Наукшен улусы, Вольмар өйәҙе, | ||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Вафат урыны |
СССР, Мәскәү өлкәһе, «Коммунарка» атыу полигоны | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
пехота | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1917 | ||||
Хәрби звание |
Ҡалып:РИА, Прапорщик | ||||
Командалыҡ итеү |
ВВС РККА | ||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Яков Иванович Алкснис 1897 йылдың 14 (26) ғинуарында Лифляндия губернаһы Вольмар өйәҙе Наукшен улусының «Пакули» утарында ҡуртымсы крәҫтиән (испольщики) ғаиләһендә тыуған, 7 йәштән көтөүсе ярҙамсыһы булып эшләгән[2]. Улус һәм сиркәү-мәхәллә мәктәптәрендә уҡый, 1913 йылда Валмиер уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә һәм унда йәшерен социал-демократик түңәрәктә ҡатнаша[3].
1916 йылда Алкснис РСДРП-ның латыш территориаль ойошмаһы (1904) — СДЛК сафына инә[4]. Февраль революцияһынан һуң, 1917 йылдың мартында тиҙләтелгән тәртиптә семинария тамамлай, хәрби хеҙмәткә алына һәм дүрт айлыҡ уҡыу курсы менән Одесса хәрби-пехота училищеһына йүнәлтелә. Училищены тамамлағандан һуң прапорщик Яков Алкснис 15-се Себер запас полкына тәғәйенләнә, әммә, үҙен ышанысһыҙ итеп күрһәткәнлектән, Октябрь революцияһына тиклем бер аҙ ваҡыт ҡалғас, Көнбайыш фронтҡа, 7-се Төркөстан дивизияһына ебәрелә[5].
1918 йылдың башында совет хеҙмәткәре сифатында Валмиераға ҡайта, әммә Германия баҫып алыуы сәбәпле, Брянскиға китә, унда 1918 йылдың йәйендә әсирҙәр һәм ҡасаҡтар эштәре буйынса коллегияның урындағы бүлексәһе рәйесе итеп тәғәйенләнә, РКП(б)РКП(б)-ның Брянск өйәҙ комитеты ағзаһы итеп һайлана [6].
1919 йылдың 12 майынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) сафында хеҙмәт итә: Орёл хәрби округы штабы комиссары итеп тәғәйенләнә, бер айҙан — Орёл губернаһы хәрби комиссары. 1919 йылдың сентябрендә үҙенең туранан-тура ҡатнашлығында ойошторолған 55-се уҡсылар дивизияһы комиссары була. Орёл губернаһында аҡ гвардия һәм баш күтәреүселәр отрядтарын, Донда казак отрядтарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Тиҙҙән Дон өлкәһе хәрби комиссары вазифаһына, ә 1920 йылда оператив бүлек буйынса Орёл хәрби округы командующийы ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә[7].
… Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына мәжбүри мобилизациялау менән шөғөлләнә … Алкснис күрһәткән яуызлыҡты хатта Троцкий ҙа артыҡ тип баһалай: Яков Ивановичты кире алалар һәм Орёл хәрби округы командующийы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан оборона наркоматы резервына индерелә, һәм 1924 йылға тиклем эшләмәй, шунан Фрунзе исемендәге хәрби академияға уҡырға инә— [8]
1921 йылда Яков Иванович Алкснис М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияға инә, 1924 йылда уҡыуын тамамлай, бынан һуң эҙмә-эҙлекле РККА штабының ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы ярҙамсыһы, ғәскәрҙәр ҡоролошо бүлеге начальнигы һәм комиссары, Ғәскәрҙәр ҡоролошо һәм хеҙмәте идаралығы начальнигы вазифаларына тәғәйенләнә[9]. 1920-се йылдар аҙағында Германияла рейхсвер хәрби-уҡыу йорттарында уҡып сыҡҡан РККА-ның тәүге командирҙарының береһе[10].
1926 йылдың декабренән 1931 йылдың июненә тиклем Алкснис төп эше менән параллель рәүештә «Вестник воздуха флота» журналының редколлегия рәйесе була, бер нисә тапҡыр авиация тактикаһы, хәрби ҡулланыу, уҡыу һәм осоу дисциплинаһы мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, 1931 йылда уның «Һауа флотына шефлыҡты нығытығыҙ» тигән китабы сыға[11].
1926 йылдың 26 авгусында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-һауа көстәре идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[12]. 1929 йылдың 21 июлендә ул лётчик В. О. Писаренко менән бергә Р-5 самолётында Мәскәүҙән Севастополгә тиклем, уртаса 233 км/сәғәт саҡрым тиҙлек менән, бер ерҙә лә туҡтамай, 1300 километр юл үтә[13]. Икенсе көндө, 22 июлдә, улар ошо уҡ маршрут буйынса бер ерҙә лә ултырмайса, кирегә осҡан.
1929 йылда Хәрби-һауа көстәре начальнигы урынбаҫары Яков Иванович Алкснис Качинск юғары хәрби лётчиктар мәктәбендә практик белем ала, ноябрҙә уға «хәрби лётчик» исеме бирелә[14]. Артабан Алкснис хәрби частарға бер нисә тапҡыр осҡанда самолётты үҙ аллы йөрөткән.
1931 йылдың 21 июнендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Хәрби-һауа көстәре командующийы вазифаһына тәғәйенләнә, СССР Революцион хәрби советы ағзаһы була[13]. Тиҙҙән СССР Оборона халыҡ комиссариатының Хәрби Советы ағзаһы ла була.
1932 йылдың ноябрендә «халыҡ массаларында граждандар һәм хәрби авиацияны популярлаштырыу маҡсаты менән» СССР Һауа Флоты — Авиация көнөн булдырыу тураһында тәҡдим индерә. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советыы Авиация көнөн йыл һайын 18 августа үткәрергә ҡарар итә. Ул Хәрби-һауа Флотында йәйге уҡыу осорон тамамлауға арнала. Беренсе авиация байрамы 1933 йылдың 18 авгусында Мәскәү өлкәһенең Тушин ҡалаһында ойошторола. Шул уҡ көндө Алкснис Ленин ордены менән бүләкләнә[15].
1937 йылдың ғинуарында оборона халыҡ комиссарының авиация буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[16].
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында 1937-1938 йылдарҙағы репрессиялар үткәреүҙә ҡатнаша. 1937 йылдың 11 июнендә М. Н. Тухачевский етәкселегендә хәрби начальниктар төркөмөн үлем язаһына хөкөм иткән махсус суд присутствиеһы составына ингән. Суд барышында был органдың иң әүҙем ағзаһы була, хөкөм ителгәндәрҙе төрлөсә фашлай һәм уларға ҡарата фәҡәт үлем язаһын ҡулланыуҙы талап итә[17].
1937 йылдың 23 ноябрендә Яков Иванович Алкснис бөтә вазифаларҙан бушатыла, ВКП(б) сафынан сығарыла һәм ҡулға алына. Һорау алыу барышында уға «тәьҫир итеүҙең физик ысулдары» ҡулланылған, һөҙөмтәлә ул 1935 йылдан Латвия шпионы булыуы, һуңынан 1922 йылдан бирле шпион булыуын иҫкә төшөрөп, 1936 йылдан иһә "Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһындағы латыш милли ойошмаһы"нда ҡатнашыуы тураһында күрһәтмәләренә лә, ҡул ҡуйған[18].
СССР Юғары судының хәрби коллегияһы 1938 йылдың 28 июлендә хәрби заговорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, РСФСР Енәйәти кодексының 8-се һәм 11-се пункттары 58-1 «б» статьяһы буйынса атыуға хөкөм ителә. Судта үҙ ғәйебен таныны. Хөкөм ҡарары 1938 йылдың 29 июлендә «Коммунарка» полигонында башҡарыла. СССР Юғары суды Хәрби коллегияһының 1956 йылдың 1 февралендәге билдәләмәһе менән Яков Иванович Алкснис аҡлана[19].
Яков Алкснистың ҡатыны (1922 йылдан алып) — ғилми хеҙмәткәр Кристина Карловна Алкснис-Меднис[20]. Ире ҡулға алынғандан һуң, Кристина Карловна ла сәйәси золомға тарттырыла: 8 йылын Темников төҙәтеү-хеҙмәт лагерында үткәрә. Төрмәнән сыҡҡас, 1946 йылдан 1949 йылға тиклем Ригала йәшәй, ләкин һуңынан яңынан ҡулға алына һәм 1954 йылға тиклем Кемерово өлкәһендә һөргөндә була.
Улы — ата-әсәһен ҡулға алыу ваҡытына 10 йәш тулған Алкснис Имант Яковлевич балалар йортона оҙатыла. Имант Алкснис — граждандар инженеры һөнәренә эйә була. Юғары уҡыу йортон тамамлай һәм сәнәғәттә эшләй[21].
Ейәне — Алкснис Виктор Имантович — СССР һәм Рәсәй сәйәси эшмәкәре.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.