Алжир
Төньяк Африкала,Урта диңгеҙ бассейнының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт, Африканың иң ҙур иле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Алжир (ғәр. الجزائر әл-джәзә’ир, франц. Algérie, ингл. Algeria), рәсми атамаһы Алжир Халыҡ Демократик Йөмһүриәте (ғәр. الجمهورية الجزائرية الديمقراطية الشعبية әл-джүмһүриййә әл-джәзә’ириййә әд-димуҡратиййә әш-шә‘биййә, франц. République Algérienne Démocratique et Populaire) — Төньяк Африкала,Урта диңгеҙ бассейнының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт, Африканың иң ҙур иле. Алжир көнбайышта Марокко, көньяҡ-көнбайышта Мавритания һәм Мали, көньяҡ-көнсығышта Нигер һәм көнсығышта Ливия һәм Тунис менән сиктәш. Дәүләт ерҙәренең ярайһы ҙур өлөшө Сахара сүлендә урынлашҡан. Баш ҡалаһы – Алжир ҡалаһы.
| |||||
Девиз: «من الشعب و للشعب (Кешләрҙән һәм кеше өсөн)» | |||||
Гимн: «Kassaman» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 5 июль 1962 ( Франциянан) | ||||
Рәсми тел | ғәрәп, бербер | ||||
Баш ҡала | Алжир | ||||
Эре ҡалалар | Алжир, Константина, Оран, Батна | ||||
Идара итеү төрө | президент-парламент республикаһы | ||||
Президент | Абдель Кадер Бенсалах Нуреддин Бедуи | ||||
Дәүләт дине | ислам суннизм | ||||
Территория • Бөтәһе | 10 2 381 740 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2014) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲38 087 812[1] чел. (37) 15,9 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2016) • Бер кешегә |
599,83 млрд[2] долл. (38) 14 610[2] долл. | ||||
ИЧР (2018) | ▬ 0,754 (уртаса) (85 урын) | ||||
Валюта | динар (DZD, код 12) | ||||
Интернет-домен | .dz | ||||
Код ISO | DZ | ||||
МОК коды | ALG | ||||
Телефон коды | +213 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 |
XVI быуаттан XVIII быуатҡаса Алжир Ғосман империяһына инә. XIX быуат башында француз колонизацияһы башлана. 1954 йылда Алжирҙа Милли азатлыҡ фронты ойошторола. Милли бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Француз колониаль ғәскәрҙәренә ҡаршы бик күп ҡан ҡойолған көрәш һөҙөмтәһендә Алжир 1962 йылда бойондороҡһоҙ социалистик дәүләт булараҡ үҙаллылыҡ ала. 1980 йылдар аҙағында донъяуи хакимиәт һәм исламсылар араһында килеп тыуған ҡаршылыҡтар граждандар һуғышына әйләнә. Һуғыш ислам ҡәҙимселәрен тар-мар итеп тамамлана.