Александр Флеминг
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сэр Александр Флеминг (ингл. Fleming Alexander; тыу. 6 август 1881 йыл, Дарвел, Айршир, Шотландия, Бөйөк Британия — 11 март 1955 йыл, Лондон, Англия, Бөйөк Британия) — британ микробиологы. Лизоцимды аса һәм беренсе тапҡыр үңәҙ бәшмәгенән пеницилинды айырып алыуға өлгәшә Penicillium notatum — тарихта беренсе антибиотик.
Александр Флеминг | |
ингл. Alexander Fleming | |
Тыуған көнө |
6 август 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][3][…] |
---|---|
Тыуған урыны |
Дарвел, Айршир, Шотландия, Бөйөк Британия |
Вафат көнө |
11 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3][…] (73 йәш) |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе |
бактериология, иммунология |
Эшләгән урыны |
Изге Мария госпитале |
Ниндәй өлкәлә танылған |
пенициллинды асыусы |
Награда һәм премиялары |
Медаль Джона Скотта (1944) Физиология һәм медицине буйынса Нобель премияһы (1945) Альберт миҙалы (Король сәеғәт йәмғиәте) (1946) |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Ике асыш та 1920-се йылдарҙа яһала һәм күбеһенсә осраҡлы рәүештә. Ғалим үҙенең танауындағы лайланы бактериялы Петри сынаяғына һала, бер нисә көндән лайла һалынған урындарҙағы бактерияларҙың юҡҡа сығыуын күрә. Лизоцим тураһындағы тәүге мәҡәлә 1922 йылда баҫылып сыға.
1945 йылда Флеминг, Флори һәм Чейн физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ була. 1945 йылдың сентябрендә, Александр Флеминг Францияның баш ҡалаһына килерҙән алда Париж гәзиттәре түбәндәгесә яҙа:
«Фашизмды тар-мар итеү һәм Францияны азат итеүгә ул хәрби дивизияларҙан күберәк өлөш индерә»
Флеминг лабораторияһындағы тәртипһеҙлек тағы ла бер тапҡыр уға уңыш килтерә. 1928 йылда Staphylococcus аureus бактериялары булған Петри сынаяҡтарының береһенең ситендә ул үңәҙ бәшмәктәренең үҫеп сығыуын күрә. Үңәҙ бәшмәктәре тирәһендәге бактериялар, күҙәнәктәре тарҡалғанға күрә, үтә күренмәлегә әйләнгән була. Флеминг бактериялар күҙәнәктәрен юҡҡа сығарыусы әүҙем матдәне — пеницилинды айырып алыуға өлгәшә. Уның эшен Говард Флори һәм Борис Эрнст Чей[4] дауам итә, улар пеницилинды таҙартыу ысулдарын уйлап таба. Икенсе донъя һуғышы барғанда пеницилинды күпләп етештереү юлға һалына. 1999 йылда «Тайм» журналы пенициллинды асҡан Флемингты ХХ быуаттың иң мөһим кешеләренең береһе тип атай һәм түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып сыға:
Был асыш тарихи үҫеште үҙгәртәсәк. Флемингпенициллин тип атаған матдә йоғошло сирҙәрҙе бөтөрә торған дауалау сараһы.
Был асышҡа тейешенсә баһа бирелгәндән һуң пеницилин бактериаль инфекцияларҙы дауалауҙың бөтә ысулдарында ла төп урынды алып тора. Быуат уртаһында Флеминг тарафынан асылған матдә фармацевтика препараттарын етештереүҙә киң ҡулланыла башлай, уны яһалма рәүештә булдырыу уйлап табыла. Был үҙ сиратында сифилис, гангрена һәм туберкулез. кеүек бик боронғо дәүерҙән килгән сирҙәрҙе еңергә ярҙам итә.