Аварҙар
VI быуатта Үҙәк Европаға күсеп, Авар ҡағанатын (VI—IX бб.) төҙөгән үҙәк азия күсмә халҡы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аварҙар (грек. Άβαροι; лат. Avari; бор.-урыҫ. обърѣ, ед.ч объринъ; рус. о́бры) — VI быуатта Үҙәк Европаға күсеп килгән һәм унда Авар ҡағанаты (VI—IX бб.) дәүләтен төҙөгән килеп сығышы буйынса үҙәк азиялы күсмә халыҡ. Шулай уҡ билдәһеҙ сығышлы төрлө евразия күсмә халыҡтары альянсы составына ингән Вархонитҙар[1] (Varchonites) һәм Псевдоаварҙар[2] (византия сығанаҡтарында) булараҡ билдәле[3][4][5][6][7]. Традиция буйынса аварҙар жужандарға[8][9]тиңләштерелә. Күпселек тикшеренеүселәр фекере буйынса, жужандарҙың төп ҡәбиләләре монгол телле, әммә улар ҡайһы бер төрки ҡәбиләләрҙе лә буйһондорған була[10][11].Уарҙар (шулай уҡ Варҙар, ҡытай телендә: 滑; пиньинь: Huá) — Европала эфталиттар һәм Ҡытайҙа Yanda (嚈噠) тип аталған һәм Хорезмдың өҫтөнлөклө этносынан торған конфедерацияның этник компоненттарының иң ҙуры булған. По мнению Фирҙәүси фекеренсә, Уарҙарҙың легендар ата-бабаһы Афрасиаб булған.
Феофилакт Симокатт хеҙмәттәренә ярашлы, уарҙар (хиониттар менән бергә) европа аварҙарының ата-бабалары булған.