From Wikipedia, the free encyclopedia
Аблай (рус. Аблаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[1]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825002.
Ыҡ йылғаһы (Кама йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы[2]:
1795 йылда Ыҡ һәм Акуша йылғалары буйындағы Аблай ауылы 53 башҡорт йәшәгән 8 ихатанан һәм ике хеҙмәтле татар йәшәгән бер йорттан тора. 1816 йылдағы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың этник составы тағы ла ҡатмарлаша бара. Аблайлылар — аҫаба башҡорттар ерһеҙ башҡорттарҙы һәм мишәрҙәрҙе ҡабул иткән.
Ҡазан юлы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған.
Халыҡ һанының һәм этник составтың үҫеүен күҙәтәйек. Башҡорттар: 1834—104, 1859—169, 1870—177, 1920—527. Мишәрҙәр: 1834 — 94. Татарҙар 1834 йылда — 140.
Күренеүенсә, мишәрҙәр һәм татарҙар, керҙәшлек килешеүенең 60 йыллыҡ мөҙҙәте тамамланғандан һуң, 1859 йылға тиклем башҡа тораҡ пункттарға күскән, шуға күрә артабанғы иҫәп алыуҙарҙа тик башҡорттар иҫәпкә алынған. 1804 йылда 104 башҡортҡа ни бары 168 бот иген сәселә. 1865 йылда 31 йортта 177 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән[3].
1917 йылда 90 ихатала 540 башҡорт йәшәгән.
Ауылдың исеме һәм йәше тураһында түбәндәгеләрҙе әйтергә кәрәк: 1834 йылда VIII ревизияла беренсе күскенсенең улы, 58 йәшлек Ихсан Аблаев теркәлгән, уның исеме туранан-тура ошо тораҡ пунктҡа ҡарай. Ихсандың йәше (1776 йылғы) ауылдың XVIII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килеүен күҙ алдына килтереү мөмкинлеген бирә[4].
Аблай ауылы Кәкребаш ауыл Советына ҡарай. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылда урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 527 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 595 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 366 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 230 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 280 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 315 | 158 | 157 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Урам исеме[6]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.