Сөннәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сөннәт (фарс. سنت сүннәт, ғәр. سنة «сүннәһ», башҡ. сөннәт) — ислам хоҡуғында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әйткән һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре, йәғни хәҙистәре[1]. Ул шәриғәттә Ҡөрьәндән һуң икенсе урында тора. Пәйғәмбәр сөннәтте теп-теүәл үтәргә ҡушҡан.
Ҡыҫҡа факттар Этнохороним, Автор ...
Сөннәт | |
Этнохороним | Sunit |
---|---|
Автор | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Ябырға
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Сөннәт (мәғәнәләр).
Сөннәт өйрәтеү мосолмандарҙың дини белем алыуының мөһим өлөшө булып тора. Бер ислам хоҡуҡ белгесе лә (факиһ), сөннәт буйынса белеме етерлек түгел икән, ислам хоҡуғы өлкәһендә абруйлы булып һанала алмай[2].
Сөннәттең икенсе төрлө мәғәнәһе — ул мотлаҡ булмаған, ләкин хупланған эш. Риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәд (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) эшләгән ғәмәлдәр («меиб»). Сөннәт ике өлөштән тора:
- даими ҡылына торған ғәмәлдәр (бик һирәк осраҡта ғына үтәлмәй). Мәҫәлән, иртәнге намаҙ, өйләнең беренсе һәм икенсе, аҡшам намаҙы сөннәте һәм йәстү намаҙының икенсе сөннәте айырым осраҡтарҙа уҡылмай ҡалдырылыуы ихтимал.
- даими эшләнмәгән ғәмәлдәр. Мәҫәлән, икенде намаҙының сөннәте һәм йәстү намаҙының беренсе сөннәте.