Пәйғәмбәрҙәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нәби́ (ғәр. نبي — Пәйғәмбәр, күпл. әнбийә', нәбийун) — Исламда — бәндәләренә дин хөкөмдәре: (вәхи) өйрәтеү өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус ебәрелгән кешеләр [1]. Нәби төшөнсәһе Ҡөрьәндә рәсүл һүҙе менән рәттән бирелә. Ҡөрьәндә телгә алынған Пәйғәмбәрҙәр араһында: Әҙәм, Нух, Ибраһим, Исмәғил, Яҡуп, Йософ, Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса (солох уларға)[2]. Һуңғы Пәйғәмбәр — «Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө» (хәтим ән-нәбийин) — тип Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ атала[1][3].
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Пәйғәмбәрҙәрҙең тормошо Ислам әҙәбиәтендә киң яҡтыртыла һәм дини әҫәрҙәрҙең айырым категорияһы — ҡиссас әл-әнбиә барлыҡҡа килә[4]. Боронғо Пәйғәмбәрҙәр бер Аллаһҡа ышаныу килтергән һәм һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәт исемле буласағын әйткән. Ҡөрьәндә йөҙ меңдән ашыуының 28-енең исеме әйтелгән. Туғыҙ Пәйғәмбәр (Нух, Ибраһим, Дауыт, Яҡуб, Йософ, Әйүб, Муса, Ғайса, Мөхәммәт) Ҡөрьәндә «хаҡ» тип атала (үлү л-ғәҙыйм )[5]. Ҡайһы бер Пәйғәмбәрҙәргә Изге китаптар бирелгән (сәхифә): Мусаға — Тәүрат, Дауытҡа — Зәбур, Ғайсаға — Инжил, Мөхәммәт (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) — Ҡөрьән[6].