Президент
төрлө хөкүмәттәрҙә дәүләт башлығы исеме / From Wikipedia, the free encyclopedia
Президент (лат. praesidens — алда ултырыусы, башта; рәйес) — республика йәки ҡатнаш идара итеү формаһы булған дәүләттәрҙә һайланған дәүләт башлығы, закон буйынса вәкәләттәре сикләнгән мөҙҙәткә (мәҫәлән, конституция буйынса) һайлана.
Президент | |
Идара ителеүсе ойошма | Дәүләт |
---|---|
Түбәнерәк дәрәжә | вице-президент[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | presidential studies[d] |
Викимәғлүмәт документацияһы | for the president of an organization, use Q1255921, 组织的最高领导人请改用Q1255921 һәм pour le président d'une organisation, utilisez Q1255921 |
Президент Викимилектә |
Президент республикаларында президент парламенттан тыш ысулдар менән һайлана: ситләтелгән (АҠШ) йәки туранан-тура (Рәсәй, Аргентина) һайлауҙар аша. Президент республикаларында ул киң хоҡуҡтарға эйә, сөнки уның ҡулында дәүләт башлығы һәм хөкүмәт башлығы функцияларын берләштерә.
Парламент республикаларында президентты йә парламент, йә нигеҙен парламентарийҙар тәшкил иткән махсус коллегия һайлай. Бындай республикаларҙың конституциялары (КАР-ҙан тыш, унда президенты парламент тарафынан һайлана һәм хөкүмәт башлығы була) формаль рәүештә президентҡа киң вәкәләттәр бирә, әммә ғәмәлдә уларҙы премьер-министр тормошҡа ашыра[1].
Әҙәбиәттә президент бурысын артабан башҡармаған кешене экс-президент тип атайҙар.