Кавказ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кавказ, Ҡауҡаз йәки Ҡаукаҙ — Евразияла урынлашҡан географик регион, башлыса таулы ил. Көнсығыш Европа тигеҙлегенән көньяҡта Европа һәм Азия сиген алып тора: Рәсәй Федерацияһы, Грузия, Көньяҡ Осетия, Абхазия, Әзербайжан һәм Әрмәнстан[1][1][1] территорияларын үҙенә ала. Көнбайыштан Ҡара диңгеҙ сикләһә, көнсығыштан Каспий диңгеҙе сикләй.
Кергәндә, | Евразия. Үҙ эсенә Төньяҡ Кавказ һәм Төньяҡ Кавказды ала |
---|---|
Майҙаны | яҡынса 400 000 км2 |
Ил | Әзербайжан Әрмәнстан |
Дин | Христиандар — 17 миллион кеше (57 проценты). Мосолмандар — 13 миллион кеше (43 %). |
Төньяҡ сигендә Кумо-Маныч соҡоро, Азов диңгеҙе һәм Керчь боғаҙы урынлаша[2][3].
Көньяҡ сиге элекке СССР сигенән үтә (хәҙерге көньяҡ биләмәләре Грузия, Әрмәнстан һәм Азербайжан, Төркиә һәм Иран)[4]. Биш кавказ илдәре менән шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ Кавказ федераль өлкәһенең майҙанын алғанда 356482 км² тигеҙ.
Тарихи-географик һәм иҡтисади яҡтан, ғәҙәттәгесә Кавказды Төньяҡ Кавказ һәм Көньяҡ Кавказға бүләләр. Төньяҡ Кавказ үҙ эсенә Кавказдың бирьяғын[5][6], Оло Кавказдың төньяҡ битләүен алып, күбеһенсә йылға буйынса (көнсығыштағы — Самур йылғаһына тиклем), шулай уҡ көньяҡ-көнбайыш битләүе Баш Кавказ һыртының көньяҡ-көнбайыш төбәктәрен һәм, ғәҙәттәгесә, Кавказдың Ҡара диңгеҙ ярҙарын, Абхазияны алып тора.
Бөгөнгө сәйәси географиянан ҡарағанда (сәйәси-административ бүленеш), Кавказ территорияһы Рәсәй Федерацияһы — Төньяҡ Кавказ араһынан бүленеп , өлөшләтә Кавказ арьяғы буйынса Самур йылғаһынан, шулай уҡ Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия илдәре араһынан бүленеп китә. Шулай уҡ Төркиә лә үҙ көнсығыш төбәктәрен Кавказ төбәктәренә индерә[7].