Исфаһан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Исфаһан[1] (фарс. اصفهان — әйтелеше Эсфәһан[2], урта фарс. Спаһан[3]) — Зайәндә йылғаһы буйында Тәһрандан 340 км көньяҡта урынлашҡан Иран ҡалаһы; Исфаһан провинцияһының административ үҙәге, Ирандың ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы (Тәһран менән Мәшхәдтән ҡала). Халҡы — 1583 мең кеше (2006).
Ҡыҫҡа факттар Ил, Остан ...
Ҡала | |||
Исфаһан фарс. اصفهان | |||
| |||
Ил |
ИранИран | ||
---|---|---|---|
Остан | |||
Шахрестан | |||
Координаталар | |||
Башлыҡ | |||
Элекке исеме |
Спаһан, Аспадана | ||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге |
1590 м | ||
Халҡы |
1 583 609 кеше (2006) | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+3:30 | ||
Телефон коды |
031, 0913 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт |
isfahan.ir (фарс.) | ||
Ябырға
Ҡалала XI—XIX быуаттарҙағы ислам архитектураһы ҡомартҡылары ифрат күп. Имам майҙаны һәм Йома мәсете — Бөтә донъя мираҫы — киң билдәле. Иранда ҡаланы Нисф-ә жәһан («Донъяның яртыһы») тип йөрөтәләр.