Архитектура
From Wikipedia, the free encyclopedia
Архитекту́ра йәки зо́дчество[1] — йорттар, биналар һәм ҡоролмаларҙы проектлаштырыу, төҙөү һәм биҙәү сәнғәте һәм фәне (уларҙың архитектур ансамблен дә үҙ эсенә алып)[2][3], шулай уҡ кеше тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн мөхит арауығы тыуҙырған йорт-биналар һәм ҡоролмалар йыйылмаһы[4]. Архитектура кешеләрҙең ынтылыш-теләктәренә, заманса техник мөмкинлектәргә һәм эстетик фекер-ҡараштарға ярашлы уларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған материаль ойошторолған мөхит булдыра[2][3]. Объекттарҙың функциональ (тәғәйенләнеше, файҙаһы), техник (ныҡлығы, оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итеүе) һәм эстетик (матурлығы) үҙенсәлектәре архитектурала үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән[2].
Архитектура эштәре йыш ҡына мәҙәни һәм сәйәси символ, шулай уҡ сәнғәт әҫәре булараҡ ҡабул ителә. Тарихи мәҙәниәттәр (цивилизациялар) үҙҙәренең архитектура ҡаҙаныштары менән дә айырылып тора һәм билдәләнә. Архитектура бер үк ваҡытта йәмғиәттең йәшәйеш функцияларын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итһә һәм уларҙы йәмғиәт үҫеше ҡанундарына ярашлы тейешле юҫыҡҡа йүнәлтә. Әммә архитектура кешеләрҙең мөмкинлектәренә һәм ихтыяж-талаптарынан сығып йәшәп килә[4].
Ер-урын, аралыҡ менән эшләү предметына шулай уҡ тораҡ пуктын дөйөм ойоштороу ҙа инә. Ҡала төҙөлөшө (градостроительство) төшөнсәһе менән ул айырым йүнәлеш итеп ҡарала[4] һәм ижтимағи-иҡтисади, төҙөлөш-техник, архитектура-сәнғәт, санитар-гигиена проблемаларын үҙ эсенә ала. Шуға ла, ҡала төҙөлөшө нигеҙҙәрен белмәй, архитектура ҡоролмаһына дөрөҫ баһа биреү ауырға төшә[5].
Архитектура өлкәһендәге юғары халыҡ-ара бүләктәрҙең береһе —Притцкер премияһы, ул һәр йыл һайын архитектура буйынса иң юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә.
Халыҡ-ара архитекторҙар союзының 1996 йылда Барселонала үткән 20-се Генераль ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, һәр йыл һайын октябрҙың беренсе дүшәмбеһендә архитекторҙарҙың һәм архитектура ҡомартҡыларын яратыусыларҙың халыҡ-ара һөнәри байрамы — Бөтә донъя архитектура көнө билдәләнә[6].