Империализм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Империали́зм (лат. imperium — власть, хакимлыҡ) — тиң булмаған мөнәсәбәттәргә ҡоролған дәүләт сәйәсәте. Тышҡы сәйәсәткә территориялар баҫып алыу, колониялар яулау, башҡа илдәр өҫтөнән сәйәси йә иҡтисади контроль урынлаштырыу хас. Эске сәйәсәттә сәнәғәт-финанс монополиялары ҙур урын алып тора (монополистик капитализм).
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
«Империализм» стадияһы Дж. Гобсон (1902), В. И. Ленин (1916) һәм башҡалар тарафынан капитализмға ҡарата монополиялар һәм финанс капиталы хакимлығы шарттарына бәйләп ҡарала. Был осорҙа халыҡ-ара (трансмилли) корпорациялар (трестар) араһында донъяны иҡтисади бүлгеләү бара һәм ошо нигеҙҙә улар араһында көрәш йәйелә, ул көрәшкә дәүләттәр ҙа ылыҡтырыла.
XXI быуатта империализмдың асылын күп йәһәттән глобализм төшөнсәһе баҫып китә. Был фазала донъяла йоғонто яһау өлкәләре өсөн көрәш донъяның бер полюслылығы тип әйтерлек шарттарында бара.
Империализмдың билдәләре[1]:
- 4 төрҙәге монополиялар барлыҡҡа килеү: картель, синдикат, трест, концерн;
- производство һәм банк капиталдарының финанс капиталына берләшеүе;
- донъяны территориялар йәһәтенән бүлеү тамамланыуы, уны ҡайтанан бүлеү өсөн һуғыштар тоҡаныуы;
- олигархиялар барлыҡҡа килеү;
- донъяны үҙ-ара бүлешеүсе монополистик берләшмәләр барлыҡҡа килеү.