Галактика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гала́ктика (бор. грек. Γαλαξίας — һөтлө) — гигант, ҡара материя, йондоҙ-ара газ һәм туҙан, йондоҙҙарҙың гравитация көсө менән бәйле гигант системаһы. Галактика составындағы барлыҡ объекттар дөйөм масса үҙәге тирәләй хәрәкәт итә[1][2][3].
Бөтә галактикалар ҙа (беҙҙекенән тыш) бик алыҫ астрономик объекттар булып тора. Уларҙың иң яҡын арауығы мегапарсектарҙа, ә алыҫтарына — z ҡыҙыл күсеш берәмектәрендә (единица красного смешения) үлсәнә. 2021 йылда билдәле булған иң алыҫ галактика — UDFj-39546284. Күктә ябай күҙ менән дүрт галактиканы ғына күрергә мөмкин: Андромеда галактикаһы (төньяҡ ярымшарҙа күренә), Ҙур һәм кесе Магеллан болоттары (көньяҡта күренә; улар беҙҙең Галактиканың юлдашы) һәм Өсмөйөш йондоҙлоғонда М33 галактикаһы (төньяҡ ярымшарҙан) күренә.[4]. Ғаләмдең күҙәтелгән өлөшөндәге галактикаларҙың дөйөм һаны әлегә тиклем аныҡ ҡына билдәле түгел. 1990 йылдарҙа Хаббл космос телескобы күҙәтеүҙәре нигеҙендә бөтәһе 100 миллиард самаһы галактика булған тип иҫәпләнелә[5]. 2016 йылда был баһа ҡайтанан ҡарала һәм галактикалар һаны ике триллионға тиклем арта.[7] 2021 йылда , «Яңы офоҡтар» космос карабы алған яңы мәғлүмәттәргә ярашлы, галактикалар һаны тағы ла кәмей, хәҙер ул бер нисә йөҙ миллиард тәшкил итә[6].
Арауыҡта галактикалар тигеҙ бүленмәй: бер төбәктә галактикаларҙың тотош бер төркөмөн табырға мөмкин, һәм башҡа урында бушлыҡ булырға мөмкин.