Сәнғәт фәне
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәнғәт фәне— сәнғәтте (башлыса һынлы, биҙәү-ҡулланма һәм архитектура) өйрәнеүсе фәнни дисциплиналар комплексы. Күп кенә ғалимдар сәнғәт фәне (ғилеме) һәм сәнғәт белеме төшөнсәһен бүлеп ҡараусан. Шуға күрә классик сәнғәт фәненең төп жанры формаһы булып дөйөм сәнғәт тарихы тора. Был фәнни дисциплина предметы сиктәрендә әҫәрҙәрҙең асылыу, уларҙы өйрәнеү, атрибуциялау һәм алдан классификациялау (йәғни объектлы ҡарау) мәсьәләләре сиселә. Сәнғәт фәне үҙ эсенә дөйөм сәнғәт тарихы, сығанаҡтарҙы белеү һәм историография, иконография, биобиблиография, әҙәби әҫәрҙәрҙе атрибуциялау, археология һәм сәнғәт хронотопологияһын алып тора.