Сан-Франциско
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сан-Франци́ско (исп. San Francisco, ҡыҫҡаса Frisco) — АҠШ-тың Калифорния штатындағы ҡала. Католик әүлиәһе (испанса San) изге Франциск Ассизский[3] исеме менән аталған. 2014 йылда халҡының һаны 852 мең 469 кеше булып, был күрһәткес буйынса Калифорнияла дүртенсе, ә Америка Ҡушма Штаттары-нда 12-се урында тора[2]. Сан-Францисконың майҙаны 600,6 км2, шул иҫәптән ҡоро ер — 121,4 км2, һыу өҫтө — 479,2 км2. Ҡала Сан-Франциско ярымутрауының төньяғында урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Сан-Франциско San Francisco | |||||
| |||||
Ил |
АҠШАҠШ | ||||
---|---|---|---|---|---|
Штат | |||||
Округ |
Сан-Франциско | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Эдвин М. Ли (АҠШ-тың Демократик партияһы) | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
600,6 км² | ||||
Бейеклеге |
16 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
1357 кеше/км² | ||||
Агломерация |
Сан-Франциско ҡултығы өлкәһе | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC−8, йәйге UTC-7 | ||||
Телефон коды | 415 | ||||
Почта индексы |
94101-94112, 94114-94147, | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
sfgov.org (инг.) | ||||
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
|
1776 йылда испандар, ярымутрау ярында төпләнеп, «Алтын Ҡапҡа» ҡултығы янында ҡәлғә ҡоролмаһындағы айырым нығытма (форт) төҙөй һәм уға изге Франциск Ассизский исемен бирә[4].
Сан-Франциско — донъяның танылған туристик үҙәге[5]. Ул үҙенең йәйге һыуыҡ томандары, бейек убалары, боронғо һәм бөгөнгө архитектура ҡомартҡылары менән билдәлелек алған. Улар араһында «Алтын Ҡапҡа» күпере, Алькатрас утрауы, канатлы трамвай системаһы, Койт башняһы һәм ҡытайҙар йәшәгән Чайна-таун районы.