From Wikipedia, the free encyclopedia
Өкө, ҡолаҡлы ябалаҡ (рус. филин ) (лат. Bubo bubo) — ябалаҡ һымаҡтар отрядындағы йыртҡыс ҡош.
Өкө | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Bubo bubo (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 143220 |
Ҡаҙҙан бәләкәйерәк тән ҡошо. Шым ғына оса. Башында ҙур ҡолаҡтары бар. Дөйөм төҫө һорғолт ерән, буй ҡара таптар, арҡыры нәҙек һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Күҙҙәре ҡыҙғылт һары. Ҡуян ябалағынан төҫө, өкө ябалағынан ҙурлығы, башҡа ябалаҡтарҙан ҡо¬лаҡлы булыуы- менән айырыла.
Тауышы көслө: «ух-хуу» йәки үҙенсәлекле сырылдау.
Йәшәү урыны — урман, ҡайя таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк оорай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.