Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы
инженер, нефтсе, техник фәндәр кандидаты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы (рус. Ахатов Шаукат Нурлигаянович;14 ноябрь 1922 йыл — 7 декабрь 2020 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952—1983 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының яуаплы хеҙмәткәре: бүлек етәксеһе, идаралыҡ начальнигының етештереү буйынса урынбаҫары, баш инженер, 1970 йылдан — идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта 1975—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1975), доцент (1981). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1972), СССР‑ҙың почётлы (1977) нефтсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) |
Тыуған урыны | Базытамаҡ, Илеш районы |
Вафат булған көнө | 7 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (98 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Нефтсе (стадион, Ишембай), инженер, ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | нефть химияһы сәнәғәте[d] |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Биләгән вазифаһы | доцент[d] һәм кафедра мөдире[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ябырға