From Wikipedia, the free encyclopedia
Әл-Әндәлүс (ғәр. الأندلس) — Мосолман Испанияһының атамаһы, урта быуаттарҙа (711—1492) Пиреней ярымутрауының мосолмандар хакимлығы осорондағы территорияһы. Ҡайһы саҡта был атама дини-сәйәси ҡоролоштарына ҡарамайынса төбәктең барлыҡ илдәренә ҡарата ҡулланылған. Был атаманан көньяҡ Испания ерҙәренең атамаһы — Андалусия һаҡланып ҡалған. Пиреней ярымутрауы территорияһында иң һуңғы мосолман дәүләте Гранада әмирлеге 1492 йылда католиктар менән баҫып алына.
711 йылда Пиреней ярымутрауын ғәрәптәр һәм бәрбәрҙәр яулап алғас, Әл-Әндәлүс Өмәүиҙәр хәлифәлеге составында була. Һуңыраҡ бында бойондороҡһоҙ Кордова хәлифәлеге барлыҡҡа килә. 1031 йылда хәлифәлек күп кенә бәләкәй дәүләттәргә (тайфаларға) тарҡала. Төньяҡта христиан короллектәре көсәйә барыу менән улар мосолман дәүләттәрен яулап ала башлағандар. 1492 йылда Гранада әмирлеге баҫып алынғас, ярымутрауҙа мосолман дәүләттәре ҡалмай. Мосолмандарҙың күпселеге көсләп суҡындырыла. XVII быуат башында суҡындырылған һәм суҡындырылмай ҡалған ғәрәптәрҙең нәҫелдәре илдән тулыһынса ҡыуылғандар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.