From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Таз ҡурсаулығы (рус. Ве́рхне-Та́зовский запове́дник[1]) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. 1986 йылдың 24 декабрендә ойошторола. Дөйөм майҙаны 631 308 гектар тәшкил итә.
«Үрге Таз» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 631 308 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 24 декабрь 1986 йыл |
Урынлашыуы | |
63°30′14″ с. ш. 84°03′28″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Ямал-Ненец автономиялы округы |
втз.янао.инфо.сайт | |
Үрге Таз ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында.
Ҡурсаулыҡ Көнбайыш Себер тигеҙлегендә, Рәсәйҙең Ямал-Ненец автономиялы округының Красноселькуп районында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа — 150 км һәм көнбайыштан көнсығышҡа табан 70 км тәшкил итә. Территорияһы Поколь һәм Раттинский урман хужалыҡтарына бүленгән, уларҙы Ратта йылғаһының һул яры буйындағы һыу һаҡлау ҡырҡынтыһы айырып тора.
Ҡурсаулыҡ Үрге Таз ҡалҡыулығында урынлашҡан. Ҡалҡыулыҡтарының бейеклеге 50 метрға етә. Территорияны ҙур булмаған йылғаларҙың тәрән үҙәндәре ныҡ йырғылаған. Тупрағы башлыса әсе. Төп йылғалары — Поколка (260 км) һәм Ратта (210 км).
Ҡурсаулыҡ территорияһы 631 308 гектар тәшкил итә, урмандар 534 955 гектар майҙанды биләй, урман булмаған майҙаны — 96 353 гектар, һаҙлыҡтар — (90 713 га), һыу майҙаны 5517 гектар тәшкил итә.
Климаты — континенталь, ҡыш — оҙайлы, һалҡын һәм йәй — сағынтырмаса йылы. Ҡышҡы минималь һәм йәйге максималь температура −49 °C-тан +30 °C тиклем тирбәлә. Ҡыш уртаса 208 көн дауам итә, октябрҙең икенсе декадаһы аҙағында башлана, яҙ — 15-18 көн һуҙыла. Йәй — яҡынса 90 көн, иң йылы ай — июль (уртаса температура +18 °C тиклем). Көҙ ай ярым самаһы дауам итә.
Йылы осорҙоң уртаса оҙайлығы — 83 көн. Ҡурсаулыҡ тулы булмаған туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.
Ҡурсаулыҡ территорияһы төньяҡ тайга субзонаһына инә. Флора ҡара ылыҫлы тайганан (104 069 гектар), шул иҫәптән шыршы — 15 014 гектар, кедр урмандары — 89 055 га — тора. Шулай уҡ асыҡ ылыҫлы тайга бар: ҡарағай (318 550 гектар) һәм ҡарағас (59 021 гектар). Япраҡлы аҡастарҙан ҡайын, уҫаҡ һәм ҡыуаҡтарҙан тал үҫә, улар 40 463 гектар майҙанды биләй. Барлығы 310 төр көпшәле үҫемлек асыҡланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.