![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/93/Ear-anatomy.svg/langba-640px-Ear-anatomy.svg.png&w=640&q=50)
Ҡолаҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡолаҡ — ҡатмарлы вестибуляр-ишетеү ағзаһы. Ул ике функция үтәй: тауыш импульстарын ҡабул итә һәм кәүҙәнең киңлектәге торошон көйләргә, тигеҙлек һаҡлауға булышлыҡ итә. Был парлы ағза, баштың сикә һөйәктәре эсенә урынлашҡан.Тыштан ҡолаҡ япрағы булып тамамланған.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/93/Ear-anatomy.svg/640px-Ear-anatomy.svg.png)
Тышҡы ҡолаҡ:
1.Тире
2. Ишетеү юды
3. Ҡолаҡ япрағы
Урта ҡолаҡ:
4. Ҡолаҡ ярыһы
5. урта ҡолаҡ ҡыуышлығы
6. Сүкеш һөйәге
7. һандал һөйәк
8. Өҙәңге һөйәге
Эске ҡолаҡ:
9. Ярым түңәрәк каналдар
10. Ҡусҡар
11. Нервылар
12. ишетеү торбаһы
Ишетеү һәләте кешегә хеҙмәт эшмәкәрлегендә һәм ижтимағы тормошта аралашыу өсөн кәрәк. Һөйләү телмәре лә тауыш ишетеүгә бәйленгән. Ҡолаҡ ярҙамында тауыш тирбәлеүҙәре тирә-йүндә нимәләр булғанын белдереүсе нервы импульсына әүерелә.
Тауыш — һауаның тирбәлеүе. Кешенең ҡолағы 20,625 м -ҙан 1,65 см тиклем тауыш тулҡындарын ҡабул итә, был тауыштың секундына 16 — 20 000 Гц тирбәлеүенә торошло.