From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғисмәтуллин Абдулла (Ғабдулла) Төхфәтулла улы (14 март 1883 йыл — 10 июнь 1938 йыл) — ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан халыҡ мәғәрифы комиссары, Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
1883 йылда Ҡаҙағстандың Ҡостанай ҡалаһында тыуған. Атаһы башҡорт, әсәһе ҡырғыҙ милләтенән. Атаһы яғынан олотаһы, ата-әсәһе мәғрифәтселәр.
Биш йыллыҡ мосолман мәктәбен, ике йыллыҡ дәүләт мәктәбен, дүрт йыллыҡ юридик факультетты тамамлаған. Башҡорт, татар, рус, ғәрәп, төрөк, һарт телдәрен яҡшы белгән.
1917 йылдан һуң Абдулла Төхфәтулла улының эшмәкәрлеге большевиктарҙың идара ойошмалыр менән бәйле икәне, 1920 йылдан РКП (б) ағзаһы булыуы билдәле. Совет Рәсәйе хөкүмәтенең Халыҡ мәғәрифы комиссариатында музыка бүлеге мөдире, Төркөстан-Башҡорт дивизияһында журналист, Шәреҡ институты ректоры, Милләт эштәре буйынса Халыҡ комиссариатының ғилми хеҙмәткәре. Һуңғы урында Иосиф Сталин бергә эшләгән.
1924 йылдан Ғисмәтуллин Башҡорт АССР-ы Госпланы рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. 1926—1928 йылдарҙа Халыҡ мәғәрифе буйынса Халыҡ комиссары. 1929 йылдың йәйенән Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Башҡортостанда 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороусы.
Сәйәси ҡорбандар исемлегендә «Башпищепром»дың бүлек етәксеһе итеп күрһәтелгән, әммә архивтағы шәхси анкеталар буйынса был мәғлүмәт раҫланмай.
1937 йылдың 27 февралендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Пленумы репрессияларҙы киң күләмдә башлап ебәрәргә фатиха биреүсе ҡарар ҡабул итә. Ғисмәтуллин, беренсе ҡулға алыныусылар исемлегендә булып, 28 февраль — 1 март төнөндә ҡулға алына.
1938 йылдың 10 июнендә 58-се статья буйынса юғары язаға хөкөм ителә һәм шул уҡ көндә атыла. «Харбинда (Ҡытай) урынлашҡан аҡ эмигранттар милли үҙәге менән бәйләнештә булыуҙа», «сит ил разведкаларын шпион материалдары менән тәьмин итеүҙә», «контрреволюцион милли ойошма ағзаһы булыҙә» ғәйепләнә.
1957 йылдың 22 авгусында СССР Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан 1938 йылғы нахаҡ ҡарар ғәмәлдән сығарыла.
Ҡатыны Зәйнәб биш йылға хөкөм ителә. Ҡыҙы Нәиләнең, улы Надирҙың яҙмышы билдәһеҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.