тележурналист From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1 ғинуар 1954 йыл) — тележурналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты.
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
БАССР, Ғафури районы, Имәндәш ауыл |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
тележурналист |
Наградалары: | |
Мостай Кәрим тураһында 20 документаль фильм, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар тормошо («Араларҙы яҡынайтып» — «Сокрашая расстояния», «Башҡорттар»), исламдың әхләҡи ҡиммәттәре («Йома»), Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте («Сәхнәлә һәм сәхнә артында» — «На сцене и за кулисами») тураһында телетапшырыуҙар, «Сәләм» иртәнге мәғлүмәт һәм йыр-моң программаһы, «Йыр бүләк итәм» («Дарю песню») йыр-моң программаһы, һ.б. авторы. М. Кәримгә арналған Дәүләт аудио-видеоархив формалаштырған, фильмографик белешмә төҙөгән, «Мостайҙың алтын мираҫы» аудиопродукциялар серияһын сығарған. Ф. М. Бүләков сценарийы буйынса «Ай ҡыҙы» — тәүге башҡорт телесериалы (2001—2002; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) проекты инициаторы һәм продюсеры.
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.