From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбү Сәйет әл-Хәсән ибн Ясар әл-Басри (ғәр. الحسن البصري; Мәҙинә — һижрә йылы 728, Басра) — ислам дин һәм хәҙистәр белгесе, ислам дәрүиштәренең береһе (заһитлыҡ), суфыйлыҡҡа нигеҙ һалыусы[7][8].
Хәсән әл-Басри | |
ғәр. الحسن البصري | |
Басра ҡаҙыйы | |
---|---|
Алдан эшләүсе: |
? |
Дауам итеүсе: |
? |
Шәхси мәғлүмәт | |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Ясар |
Әсәһе: |
Хәйрә |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: |
Хәҙис ғилеме һәм Ҡираәт |
Остаздары: | |
Шәкерттәре: |
Катада ибн Диама[d], Васил ибн Ата[d], Айюб ас-Сахтияни[d] һәм Маймун ибн Сиях[d] |
Йоғонто яһаған: |
642 йылда Мәҙинәлә тыуған. Атаһының исеме 3 төрлө: Фирүз, Ясар йәки Жафар, ә әсәһенең исеме — Хәйрә тип телгә алына. Мөхәммәттең ҡатыны Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйәнең[9] хеҙмәтсеһе булған тип хәбәр ителә
657 йылдан алып Басрала йәшәй. 663—665 йылдарҙа хәҙерге Афғанстан[10] территорияһында хәрби походта ҡатнаша. Хәсән шулай уҡ Фарсыға ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Хөрәсән наместнигы Раби ибн Зияд (Rabi ibn Ziyad al-Harithi) секретары була[11]. Хәжәж ибн Йософ Ираҡ хакимы булған осорҙа (694 йыл) Ҡөрьән тексындағы хәрефтәрҙе диакритик билдәләр менән тәьмин итеү буйынса ойошторолған эштә ҡатнаша. Ғүмәр ибн Абдул-Азиз хәлифәлеге осоронда әл-Хәсән Басра ҡалаһы ҡаҙыйы була[10].
Хәсән әл-Басри тирәләй төркөмләнеүсе теологик түңәрәк Басраның һәм Өмәүиҙәр дәүләтенең интеллектуаль тормош үҙәге була, ә уға нигеҙ һалыусының абруйы шул тиклем ҙур ине, хатта сөнниҙәр ҙә, рационалистар ҙа (мөғтәзилиҙәргә нигеҙ һалыусы Вәсил ибн Ата тап ошо түңәрәктән сыҡҡан) һәм суфыйсылар ҙа уны үҙенең уҡытыусылары тип атаған[10].
Хәсән әл-Басри Басрала вафат булған һәм 110 һижрә (728 йылда) Басрала ерләнгән
Уның ҡараштары хаҡында аҙ һанлы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ихтыяр ирке тураһындағы мәсьәләлә ул кадариттарға хас күҙлектән сығып эш иткән һәм кешенең был донъяла башҡарған эштәре өсөн яуаплылығын раҫлаған[10]. Мөржиғиҙәр тәғлимәте рухында ул, мосолман вафаты алдынан шәһәҙәттең беренсе өлөшөн әйтеп, ожмахында ҡотҡарылыуға һәм урынға өлгәшер, тип раҫлай. Ауыр гонаһ ҡылған мосолманды кем тип иҫәпләү мәсьәләһен күтәргәәндә хәрижиҙәр һәм мөржиғиҙәр позициялары араһындағы аралыҡ позицияһында торҙо: уларҙы мөнафиҡ тип иҫәпләй. Был позиция дин тәғлимәтенең аҡыл берҙәмлеген һаҡларға ынтылған һәм мосолмандар араһында ҡораллы конфликт тыуҙырған урта сәйәси ҡараштарына тап килә[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.