Филиппин

Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia

Филиппинmap

Филиппин Республикаһы (тагал Republika ng Pilipinas), Филиппин (тагал Pilipinas) — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләт. 2020 йылдың мартына ҡарата халыҡ һаны 100 981 437 кеше (йылына 2 % арта), шул иҫәптән 2134 филиппин сит ил илселектәре һәм консуллыҡтары хеҙмәткәрҙәре, халыҡ тығыҙлығы 1 км²-ға 337 кеше тәшкил итә, биләмәһе — 299 764 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла ун икенсе урынды һәм биләмәһе буйынса 72-се урынды биләй.

Ҡыҫҡа факттар
Филиппин Республикаһы
Republika ng Pilipinas Republic of the Philippines
Thumb Thumb
Флаг
Девиз: «Maka-Diyos, Makatao, Makakalikasan, at Makabansa»

«Аллаһа, Халыҡ , тәбиғәт һәм ил өсөн»

Гимн: «Lupang Hinirang» «Избранная Страна»
Thumb
Үҙаллылыҡ датаһы  12 июнь 1898 й. ( Испаниянан)

4 июль 1946 й. (АҠШ-тан)

Рәсми телдәр филиппинский язык[d][1][2] һәм инглизсә[3]
Баш ҡала Манила
Эре ҡалалар Манила[4]
Идара итеү төрө Унитар Президент -конституциялы республика
Президент

Вице-президент

Бенигно Акино

Джеджомар Бинэй

Территория
• Бөтәһе
 % һыу өҫтө
70
299 764 км²
0,6
Халыҡ
• Һаны (2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

103 775 002[5] чел. (12)
306 чел./км²
Валюта 1 филиппинское песо = 100 сентаво (сентимо
Интернет-домен .ph
Код ISO PH
МОК коды PHI
Телефон коды +63
Сәғәт бүлкәте 8
Ябырға
Thumb
Филиппин утрауҙары

Баш ҡалаһы — Манила, иң ҙур ҡалаһы — Кесон-Сити. Рәсми телдәр — инглиз һәм филиппин (тагаль).

Унитар дәүләт, президент республикаһы. 2016 йылдың 30 июненән президент вазифаһын Родриго Дутерте, вице-президенты — Лени Робредо биләй. 81 провинцияға бүленә.

Филиппин Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндә Индонезия менән Тайвань араһында урынлашҡан һәм 7107 утрауҙы үҙ эсенә ала. Утрауҙар өс төркөмгә бүленә: Лусон, Висай утрауҙары һәм Минданао.

Диндарҙарҙың күбеһе католицик динен тота.

Йылдам үҫешеүсе иҡтисады булған индустриаль ил. 2016 йылда эске тулайым продукт күләме 310,312 миллиард доллар тәшкил иткән[6] (йән башына яҡынса 2978 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — Филиппин песоһы.

Илдең Испаниянан бойондороҡһоҙлоғо (уның составында Филиппин 1521—1898 йылдар дауамында була) 1898 йылдың 12 июнендә иғлан ителә, шунан һуң, 1898 йылғы Париж солох килешеүенә ярашлы, утрауҙар АҠШ составына инә һәм 1946 йылдың 4 июлендә тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Этимологияһы

Филиппинға Испания короле Филипп II исеме бирелгән (1527—1598). Испан сәйәхәтсеһе Руи Лопес де Вильялобос 1542 йылда экспедиция ваҡытында утрауҙы ул саҡтағы Астурия принцы исеме менән «Филиппин Лейте һәм Самар» (исп. Leyte and Samar Felipinas) тип атай. Артабан бөтә архипелагты атау өсөн «Филиппин утрауҙары» атамаһы ҡулланыла. Быға тиклем уларҙы «Көнбайыш утрауҙар» (исп. Islas del Poniente) йәки Магеллан биргән исем, «Сан-Ласаро» тип атағандар[7].

Тарих дауамында архипелагтың исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән. Филиппиндағы Революция осоронда Конгресс территорияны «Филиппин Республикаһы» («Republica Filipina» йәки "«Philippine Republic») тип иғлан итә. Американың филиппин-америка һуғышында еңеүе (1899—1902) һәм бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәнгә тиклем, биләмә «Филиппин утрауҙары» («Philippine Islands») тип атала. 1898 йылғы Париж килешеүенән алып архипелаг «Филиппин» тип атала. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан алып, архипелагтың рәсми исеме — «Филиппин Республикаһы».

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Географик урыны

Филиппин дәүләте Малай архипелагында Филиппин утрауҙарында урынлашҡан, 7641-ҙән артыҡ утрауҙарҙың иң ҙурҙары — Лусон, Минданао, Самар, Панай, Палаван, Негрос], Миндоро, Лейте], Бохоль, Себу. Филиппин архипелагының төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 2000 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 900 км. Көнбайыштан Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе, көнсығыштан Филиппин диңгеҙе, көньяҡтан Сулавеси диңгеҙе менән йыуыла. Төньяғында Тайвандән Баши боғаҙы айырып тора. Яр һыҙығы оҙонлоғо 36,3 мең км. Утрауҙарҙың дөйөм майҙаны — 299,7 мең км².

Утрауҙарҙың рельефы башлыса тауҙарҙы тәшкил итә, шуларҙың иң бейеге — Апо янартауы (2954 м) — Минданао утрауында урынлашҡан. Тау һырттары вулкандан барлыҡҡа килгән, сөнки архипелаг материк һәм океан литосфера плиталары тоташҡан ерҙә урынлашҡан һәм юғары сейсмиклығы һәм вулканизмы менән айырылып торған Тымыҡ океан ут ҡулсаһына инә. Тәрән диңгеҙ улаҡтары һәм вулкан утрауҙары Филиппиндың үҙенсәлеге булып тора. Минданао утрауы яры буйында тәрәнлеге 10 830 метрға тиклем булған Филиппин улағы үтә — был донъя океандарының иң тәрәндәрҙең береһе.

Климаты

Филиппинда тропик диңгеҙ климаты, эҫе һәм дымлы. Йыл өс осорға бүленә: таг-инит йәки таг-арав — эҫе, ҡоро миҙгел (йәй), ул марттан майға тиклем дауам итә, таг-улан — июндән ноябргә тиклем дауам иткән ямғырлы осор, ә таг-ламиг — декабрҙән февралгә тиклем дауам иткән һалҡын ҡоро миҙгел. Май айынан октябргә тиклем бында көньяҡ-көнбайыш муссон хакимлыҡ итә, уны «хагабат» тип атайҙар, ноябрҙән апрелгә тиклем бында «амихан» — төньяҡ-көнсығыш ҡоро муссон 25т2нл2к итә. Ғәҙәттә температура 21 °C-тан алып 32 °C-ҡа тиклем үҙгәрә, әммә был сиктәрҙән дә ҡыҫҡа ваҡытҡа үтә ала. Бында иң һыуыҡ ай — ғинуар, ә иң эҫеһе — май.

Бында уртаса йыллыҡ температура 26,6 °C. Температура майҙанына ҡарап әллә ни үҙгәрмәй. Утрауҙарҙың көньяҡ өлөшө булһынмы, төньяҡмы, көнсығышмы — ундағы температура яҡынса бер үк. Ерҙең диңгеҙ кимәленә ҡарата урынлашыуы һауа торошона ҙур йоғонто яһай. Диңгеҙ кимәленән 1500 метр бейеклектәге Багиола уртаса йыллыҡ температура яҡынса 18,3 °C тәшкил итә, был урынды бик популяр.

Июлдән октябргә тиклем бында тайфундарҙың бүлкәте булыуы арҡаһында ямғыр яуа. Йылына яуым-төшөм күләме асыҡ урында, мәҫәлән, көнсығыш яры кеүек, үҫемлектәр менән ҡапланған үҙәндәр өсөн йылына 5000 миллиметрҙан алып (200 дюйм) 1000 миллиметрға тиклем (39 дюйм) үҙгәрә. Архипелагта иң дымлы циклон 1911 йылдың июлендә, бер көн эсендә бында 1168 миллиметр (46 дюйм) яуған мәлдә була. Багио — Филиппинда тропик циклон осоро.

Илдең төньяҡ райондарына йыш ҡына тайфундар ябырыла, цунами булыуы ихтимал.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

Филиппин территорияһының яртыһына яҡыны дымлы тропик урмандар менән ҡапланған, уларҙа пальма, каучуклы үҫемлек, баньян, апитонг, майяпис, лауан, йыш ҡына бамбук, орхидея, ҡыҙылса осрай. Диңгеҙ кимәленән 1200 м бейегерәк бейеклектә ҡыуаҡлыҡтар үҫә һәм болондар урынлашҡан.

Филиппин утрауҙарында йәшәгән хайуандар араһында боландар, мангуст, ҡырағай ҡабандар йышыраҡ осрай. Илдең фаунаһына ҡоштарҙың һәм һөйрәлеүселәрҙең төрлө төрҙәре хас. Яр буйы һыуҙарында балыҡ һәм моллюскы төрҙәре күп, һуңғылары араһында айырыуса иҫ киткес ынйы ҡабырсағы — ынйы барлыҡҡа килтереүсе моллюскылар бар.

Дәүләт төҙөлөшө һәм сәйәсәт

1987 йылғы Конституцияға ярашлы, Филиппин ике палаталы парламенты һәм бойондороҡһоҙ суд системаһы булған президент республикаһы булып тора. Дәүләт башлығы — туранан-тура дөйөм һайлауҙар юлы менән 6 йылға оҙайтыу йәки ҡабаттан күрһәтеү хоҡуғынан тыш һайланған президент. Президент министрҙар кабинетын (хөкүмәтте) етәкләй һәм ҡораллы көстәрҙең баш командующийы булып тора[8].

Илдең иң юғары закондар сығарыу органы— Конгресс, ул ике палатанан тора: Сенат (24 урын) һәм Вәкилдәр Палатаһы (252 урын). Сенаторҙар 6 йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана (өс йылға бер сиратлап 12 кеше, әммә бер-бер артлы ике мөҙҙәттән артыҡ түгел), Вәкилдәр Палатаһы ағзалары — өс йылға (бер-бер артлы өс мөҙҙәттән артыҡ түгел)[8].

Министрлыҡтар

  • Филиппиндың Аграр реформа министрлығы
  • Филиппин бюджет һәм хакимиәт департаменты
  • Филиппин эске эштәр һәм урындағы үҙидара департаменты
  • Филиппин сит ил эштәре министрлығы
  • Филиппин фән һәм техника департаменты
  • Филиппин милли оборона департаменты
  • Филиппин йәмәғәт эштәре һәм автомобиль юлдары департаменты
  • Филиппиндың социаль тәьминәт һәм үҫеш департаменты
  • Филиппиндың Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы
  • Филиппиндың хеҙмәт һәм мәшғүллек департаменты
  • Филиппин энергетика департаменты

Сәйәси партиялар

2007 йылдың май һайлауҙары йомғаҡтары буйынса төп партиялар:

  • Лакас/Кампи / Христиан һәм мосолман демократтар — центристик, 4 сенатор, 142 депутат
  • Милләтсел халыҡ коалицияһы — центристик, 2 сенатор, 28 депутат
  • Либераль партия — үҙәк-һул, 4 сенатор, 14 депутат
  • Милләтсел партия — центристик уңдар, 3 сенатор, 8 депутат
  • Байан — һул, 7 депутат
  • Демократик партия/Лабан — үҙәк-һул, 1 сенатор, 4 депутат
  • Пверса Масан — үҙәк-һул, 2 сенатор, 3 депутат
  • Берләшкән оппозиция — центристик, 2 сенатор, 3 депутат

Бынан тыш, парламентта тағы бер нисә партия ҡатнаша. Парламентта күрһәтелмәгән партиялар — ике коммунистик партия (КПФ-1930 һәм КПФ-1968) һәм Йәшелдәр партияһы.

1969 йылдан Филиппин Коммунистар партияһында (1968) ҡораллы ойошма — Яңы Халыҡ армияһы (1980-се йылдар башында яҡынса 25 000 яугир, 2009 йылда 4000 тирәһе) булдырыла.

Филиппинда шулай уҡ исламсы ҡораллы төркөмдәр , Моро ислам азат итеү фронты һәм Әбү Сәйәф әүҙемлек итә.

Халыҡ-ара мөнөсәбәттәр

Филиппиндың халыҡ-ара мөнәсәбәттәре башҡа илдәр менән сауҙа итеүҙә һәм башҡа илдәрҙә 11 миллион филиппин йәшәүендә ята. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ойоштороусы һәм әүҙем ағзаһы булып тора, күп тапҡыр БМО-ның Именлек Советына һайлана. Карлос Ромуло үҙ ваҡытында БМО Генераль Ассамблеяһы президенты була. Ил Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың әүҙем ҡатнашыусыһы булып тора, шулай уҡ тыныслыҡ урынлаштырыу миссияларында, атап әйткәндә, Көнсығыш Тиморҙа ҡатнаша.

Бынан тыш, ил БМО-ның әүҙем ағзаһы булып тора. Ул Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның әүҙем ағзаһы булып тора. Был ойошма Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, уларҙың мәҙәни һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған.

Филиппин Америка Ҡушма Штаттары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен юғары баһалай. Улар Һалҡын һуғыш һәм терроризмға ҡаршы көрәш осоронда АҠШ-ҡа ярҙам итә. Филиппин — НАТО-ның төп союздаштарының береһе. Элек ил Америка колонияһы булһа ла, АҠШ-ҡа үҙ территорияһында хәрби база урынлаштырырға рөхсәт итә. Япония Филиппинға үҫешергә нығыраҡ ярҙам иткән илдәрҙең береһе булып тора. Филиппинда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле элеккесә яҡшыларҙан булмаһа ла, Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре бөтөрөлдө.

Филиппиндың, дөйөм алғанда, башҡа илдәр менән мөнәсәбәттәре яҡшы. Филиппин иҡтисады нығыраҡ үҫешкән илдәрҙең ярҙамын юғары баһалай, әммә үҙҙәре лә иҡтисади яҡтан насар үҫешкән башҡа илдәргә булышлыҡ итә. Тарихи бәйләнештәр һәм мәҙәни оҡшашлыҡ Испания менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн яҡшы нигеҙ булып тора. Сит илдә йәшәгән филиппиндарҙың йәшәү шарттары яҡшы булмаһа ла, улар ҡайһы берҙә хатта дискриминацияға һәм көс ҡулланыуға дусар була, Филиппинда йәшәүселәрҙең күбеһе башҡа илдәрҙә эшләй.

Коммунистик революция ҡурҡынысы юҡҡа сыҡҡас, 1950-се йылдарҙа Филиппиндың Ҡытай менән элекке дошмандарса мөнәсәбәттәре һиҙелерлек яҡшыра. Тайвань утрауҙары һәм Спратли утрауҙары менән мөнәсәбәттәрҙә ул, Ҡытайҙың үҙ йоғонтоһон киңәйтергә тырышыуын иҫәпкә алып, һаҡ эш итеүен дауам итә. Һуңғы ваҡытта Филиппин Көньяҡ Азия илдәре һәм Тымыҡ океандағы күршеләр менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте яҡшыртыу мәсьәләһе буйынса эшләй.

Филиппин Көньяҡ Азия саммитының, Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең, 24-се һәм ҡушылмау төркөмө хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булып тора. Шулай уҡ Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашып, мосолман илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға тырыша.

Армия һәм хоҡуҡ тәртибен яҡлау

Филиппин ҡораллы көстәренең бурысы — милли именлек, улар өс өлөшкә бүленә: Филиппин Хәрби-һауа көстәре, Филиппин армияһы һәм Филиппин Хәрби-һауа көстәре (диңгеҙ пехотаһын үҙ эсенә ала). Филиппин армияһында үҙ ирке менән хеҙмәт итәләр. Филиппин милли полицияһы, эске эштәр департаменты һәм урындағы хөкүмәт контролдә тота. Минданао утрауындағы Автономиялы мосолман районында эске милиция эшмәкәрлеген Моро милли-азатлыҡ фронты контролдә тота. Моро милли азатлыҡ фронтынан тыш Минданао утрауында шулай уҡ Коммунистик яңы халыҡ армияһы һәм Әбү Сәйәф эшләй, улар сит ил кешеләрен һатып алыу талабы менән урлау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Әммә һуңғы ваҡытта Филиппин хөкүмәте граждандар именлеген яҡшыраҡ контролдә тота башлауы арҡаһында, уларҙың эшмәкәрлеге кәмей бара. Филиппин үҙенең Ҡораллы көстәрен тотоуға төбәктең башҡа илдәренә ҡарағанда эске тулайым продукттың 1,1 % аҙыраҡ өлөшөн тотона. 2014 йылда Малайзия һәм Таиланд 1,5 % , Ҡытай — 2,1 %, Вьетнам — 2,2 % һәм Көньяҡ Корея ҡораллы көстәре эске тулайым продукттың 2,6 процентын сарыф итә. Филиппин, Икенсе донъя һуғышынан алып, АҠШ-тың союздашы булып тора. Үҙ-ара хәрби ярҙам тураһындағы килешеүгә 1951 йылда ҡул ҡуйылған. Филиппин Һалҡын һуғыш осоронда Америкаға ярҙам итә, Вьетнам һәм Кореялағы һуғышта ҡатнаша. Филиппин әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан SEATO ойошмаһы ағзаһы булып тора, уның эшмәкәрлеге НАТО эшмәкәрлегенә оҡшаш, уға Австралия, Франция, Яңы Зеландия, Пакистан, Таиланд, Бөйөк Британия һәм АҠШ инә. Филиппин Ираҡта террорсыларға ҡаршы көрәш барышында АҠШ-ҡа ярҙам күрһәтә.

Административ бүленеш

Филиппиндың төп административ берәмеге — провинция. Ил 18 төбәккә берләшкән 81 провинцияға бүленә. «Бойондороҡһоҙ» тип аталған ҡайһы бер ҡалалар юридик яҡтан провинциялар составына инмәй. Провинциялар муниципалитеттарға һәм уға ингән ҡалаларға бүленә. Муниципалитеттар ябай административ берәмектәргә — барангай общиналарына бүленә.

Тарихы

Тарихҡа тиклем осор

Архипелагта табылған иң боронғо кеше ҡалдыҡтары беҙҙең эраға тиклем 65 мең йыллыҡҡа ҡарай. Палаван утрауында табылған Табун кешеһе ҡалдыҡтары беҙҙең эраға тиклем 25-се мең йыллыҡҡа ҡарай. Архипелагта тәүгеләрҙән булып негритос халҡы йәшәй, әммә уларҙың тәүге ултырағы бөгөнгө көнгә тиклем ышаныслы билдәләнмәгән.

Филиппинда йәшәүселәрҙең килеп сығышына ҡарата бер нисә теория бар. Ф. Ланданың теорияһы буйынса, филиппиндарҙың ата-бабалары урында барлыҡҡа килгән. «Филиппинҙың ата-бабаларының барлыҡҡа килеүе тураһында» Вильгельм Солхейм теорияһы шулай уҡ хәҙерге филиппиндарҙың ата-бабалары б.э.т. 4800 һәм 5000 йылдар араһында локаль рәүештә үҫешкән тип раҫлай. Австронезия теорияһы утрауҙарға б. э. т. 4000 йыл тирәһе Тайвань утрауынан малай-полинезиялыларҙың килеүе һәм аҡрынлап урындағы халыҡты ҡыҫырыҡлап сығарыуы хаҡында һөйләй.

Лингвистик һәм археологик дәлилдәргә нигеҙләнгән киң таралған теория булып «Тайвань утрауынан сығыу урындары» теорияһы тора, унда әйтелгәнсә, Тайвань австронезиялылары үҙҙәре Лянчжу мәҙәниәтенең Янцзы йылғаһындағы неолит цивилизациялары вариҫтары булған, улар Филиппинға б.э.т. яҡынса 4000 йылда күсеп килә башлаған. Неолит осоронда утрауҙарҙа «Джейд мәҙәниәте» булған, быны Филиппинда беҙҙең эраға тиклем 2000 йылға ҡараған тиҫтәләрсә мең иҫ киткес матур итеп эшләнгән нефрит артефакттары дәлилләй.

Нефрит эшкәртеү мәҙәниәте Тайванда беҙҙең эраға тиклем етенсе мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән, унан материкка ҡараған Азияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөнә тиклем таралған, тип иҫәпләйҙәр. Был артефакттарҙың архипелаг утрауҙарында табылыуы тарихҡаса булған осорҙа архипелаг халҡы менән Көньяҡ-Көнсығыш Азияның башҡа илдәре араһында бәйләнеш булыуын күрһәтә. Беҙҙең эраға тиклем 1000 йылда архипелаг халҡын 4 төркөмгә бүлергә мөмкин: йыйыусы-һунарсылар ҡәбиләләре, һуғышсан ҡәбиләләр, бейек тауҙарҙа йәшәүселәр (уларҙы плутократтар тип йөрөтәләр) һәм порт кенәздәре.

Боронғо осор

Хәҙерге Филиппин биләмәһендә V быуаттан алып төрлө мәҙәниәттәр һәм милләттәр ҡатнашмаһына нигеҙләнгән цивилизация барлыҡҡа килә. Утрауҙарҙың аэта негритостары булараҡ киң билдәле төп халҡы, тарихҡа тиклемге ерҙәрҙе һәм материк боҙлоҡтарын үтеп, ахырҙа, утрауҙарҙың ҡуйы урмандарында төпләнә. Һуңыраҡ утрауҙарға Тайвань аша Көньяҡ Ҡытайҙан австронезия телле күскенселәр килә. Ҡытай сауҙагәрҙәре XVIII быуатта килгән. VII—XVII быуаттарҙа Һинд-малай диңгеҙ короллектәренә ҡараған Филиппин Европа (Көнбайыш) цивилизацияһы өсөн 1521 йылда Фернан Магеллан тарафынан асылған.

XIV быуатта ғәрәптәр килә. Тәүге европалылар килгән мәлгә утрауҙарҙың төньяғында (хәҙерге Манилала) раджалар идара итә, улар тарихи шарттар арҡаһында Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәренә, атап әйткәндә, Шривиджая короллегенә һалым түләгән. Әммә, асылда, Филиппин утрауҙары халҡы ул саҡта уҡ етеш йәшәгән, тип һаналған һәм үҙҙәренең эске идаралығына эйә булған.

Испан осоро (15211898)

  • 1521 — Фернан Магеллан етәкселегендә испан экспедицияһы Филиппинға килә.
  • 1565 — 27 апрелдә утрауҙарға испан конкистадоры Мигель Лопес де Лагаспи дүрт йөҙ ҡораллы һалдат оҙатыуында килә һәм Сан-Мигель ҡалаһына нигеҙ һала. Утрауҙар 1543 йылдан испан принцы, һуңыраҡ король Филипп II хөрмәтенә Филиппин тип атала башлай. Биләмә Яңы Испанияның вице-короленә буйһонған. Акапулько-Манила диңгеҙ бәйләнеше булдырылған. Мосолмандар йәшәгән фетнәсел көньяҡ утрауҙарҙы иҫәпкә алмағанда, испан теле һәм католицизм киң таралыу ала.
  • 1762 йылда ҡаты алыштан һуң Маниланы Бөйөк Британияның колониаль ғәскәрҙәре баҫып ала, әммә киләһе йылда Испанияға кире ҡайтарыла. Быуат аҙағында сепаратистик хәрәкәт әүҙемләшә: Испанияға ҡаршы мосолмандар һәм урындағы ҡытай диаспораһы ҡаршы була.
  • Ун туғыҙынсы быуатҡа испан католик-филиппинсыларынан, креолдарҙан һәм метистарҙан торған, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштең лидерҙары булған ҡатлам барлыҡҡа килгән. Иң билдәле пропагандист Жозе Рисаль 1896 йылда ҡулға алына һәм емертеү эшмәкәрлеге өсөн үлем язаһына тарттырыла. Күп тә үтмәй «Өс К» (Kataastaasan at Kagalang Katipunan ng mga Anak ng Bayan), йәки «Катипунан» етәкселегендә Филиппин революцияһы башлана. Был — Андрес Бонифасио ойошторған һәм һуңғараҡ Эмилио Агинальдо етәкләгән йәшерен революцион йәмғиәт була. Революционерҙар 1898 йылға испандарҙы ҡыуып сығарыуға өлгәшәләр тиерлек.

Филиппинда испандарҙың бөтә идаралыҡ иткән дәүерҙә ихтилалдар тоҡанып тора, ләкин улар уңыш менән тамамланмай.

Америка осоро (1898—1946)

1898 йылда Испания испания-америка һуғышынан һуң 1898 йылғы Париж килешеүе буйынса Филиппинды, Кубаны, Гуамды, Пуэрто-Риконы Америка Ҡушма Штаттарына[9] 20 миллион долларға бирә. 1898 йылдың 12 июнендә филиппинлылар Эмилио Агинальдо етәкселегендә үҙҙәрен Испаниянан бойондороҡһоҙ тип иғлан итә. 1902 йылда рәсми рәүештә тамамланған Филиппин-Америка һуғышы ваҡытында баш күтәреүҙәргә һәм революцияға ҡаршы һуғыштарға килтерә. Алыштар 1913 йылға тиклем дауам итә. 1903 йылда баш күтәреүселәр армияһының баш командующийы Макарио Сакай танылмаған Тагаль Республикаһы президенты тип иғлан ителә. Үҙенең ҙур булмаған хөкүмәте менән Филиппин утрауҙары АҠШ-тың бойондороҡло биләмәһенә әүерелә һәм тик 1935 йылда ғына АҠШ составында автономия статусын ала. Был осорҙа Филлипиндан Америка Ҡушма Штаттары конгресының түбәнге палатаһына һайлауһыҙ вәкил ебәрелгән булған, әлеге ваҡытта Колумбия, Гуам, Пуэрто-Рико округтары һәм Американың Виргин утрауҙары шулай уҡ эш итә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Филиппинды япондар баҫып ала[10].

Бойондороҡһоҙ Филиппин

Асылда, Филиппинға 1946 йылда тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ бирелә.

Һуғыштан һуңғы проблемалар артабанғы осорға насар йоғонто яһай. 1986 йылда «Һары революция» тип аталған граждандар сыуалыштары Фердинанд Маркостың танылмаған диктатураһын ҡолатыуға килтерә. Әлеге ваҡытта маосылар (ҡара: Филиппин Коммунистар партияһы) һәм троцкистар (ҡара: Филиппин революцион эшселәр партияһы һәм Минданао революцион эшселәр партияһы), шулай уҡ мосолман сепаратизмы (ҡара: Моро милли азатлыҡ фронты, Моро ислам азат итеү фронты, Әбү Сәйәф төркөмө) ихтилалдары арҡаһында ҡыйынлыҡтар тыуа.

Хәҙерге тарих

2016 йылдың 30 июнендә Родриго Роа Дутерте ил президенты итеп һайлана. 2021 йылдың октябрендә Дутерте сәйәси тормоштан отставкаға китәсәге тураһында белдерә.

2022 йылдың 12 майында президент һайлауҙарында Фердинанд Ромальдес Маркос еңеп сыға, һайлау бюллетендәренең 98,34 процентын иҫәпләгәндән һуң 31 миллиондан ашыу тауыш йыя, ә уның төп дәғүәсеһе — Филиппиндың ғәмәлдәге вице-президенты Лени Робредо — 14,8 миллион самаһы тауыш йыя[11]. Яңы президент — Фердинанд Маркостың улы, ул 1965 йылдан 1986 йылға тиклем Филиппин президенты була.

Иҡтисады

Филиппин иҡтисады, Халыҡ-ара валюта фонды баһалауы буйынса, донъяла 33-сө урында тора, 2016 йылда Филиппиндың эске тулайым продукты 310,312 млрд АҠШ доллары тәшкил итә[6]. Был ил башлыса ярымүткәргестәр һәм электроника, транспорт саралары, кейем-һалым, баҡыр изделиелар, нефть продукттары, кокос майы һәм емеш-еләк экспортлай. АҠШ, Япония, Ҡытай, Сингапур, Көньяҡ Корея, Нидерланд, Гонконг, Германия, Тайвань һәм Таиланд менән сауҙа итә. Уның милли валютаһы — Филиппин песоһы.

Филиппин — ауыл хужалығы иҡтисадынан етештереүгә һәм хеҙмәттәргә нигеҙләнгән иҡтисадҡа күсеүсе йәш сәнәғәт иле. Илдә эшкә һәләтле йәштәге кешеләр 40 813 000 самаһы иҫәпләнә, ауыл хужалығы өлкәһендә 30 процент самаһы эшләй, ауыл хужалығы тулайым эске продукттың 14 процент самаһын килтерә. Сәнәғәт секторында эшселәрҙең 14 процент самаһы мәшғүл, сәнәғәт секторы эске тулайым продукттың 30 процент самаһын бирә, ошо уҡ ваҡытта эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең 47 проценты хеҙмәтләндереү өлкәһендә мәшғүл, был иһә тулайым эске продукттың 56 процентын тәшкил итә.

2014 йылдың 14 декабренә эшкә һәләтле йәштәге кешеләрҙең 6 % эшһеҙ булған. Инфляция кимәле 3,7 процент тәшкил итә. 2013 йылдың октябренә ҡарата тулайым халыҡ-ара резервтар 83 миллиард доллар тәшкил итте. Тулайым эске продуктҡа ҡарата тышҡы бурыс күләме кәмеүен дауам итә, 2014 йылдың мартында ул 38,1 процент тәшкил итһә, 2004 йылда ул 78 процент була. Ил импортёр булып тора.

Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң Филиппин иҡтисади хәле буйынса Япониянан ҡала Көньяҡ-Көнсығыш һәм Көнсығыш Азия илдәре араһында икенсе урында була. Әммә 1960-сы йылдарҙа башҡа илдәр Филиппинды уҙып китә. Президент Фердинанд Маркос идара иткән осорҙа иҡтисади һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелә. Илдең иҡтисади үҫеше әкренәйә, иҡтисади түбәнәйеү осоро күҙәтелә. Тик 1990-сы йылдарҙа иҡтисадты либералләштереү программаһы үткәрелеү сәбәпле, уны тергеҙеү башлана.

1997 йылда Азия финанс көрсөгө Филиппин иҡтисадына ҙур йоғонто яһай, был Филиппин фонд баҙарының түбәнәйеүенә һәм песо хаҡының төшөүенә килтерә. Әммә көрсөк Филиппинға уның Азиялағы күршеләренә ҡарағанда әллә ни көслө йоғонто яһамай. Был хөкүмәттең башлыса финанс өлкәһендә консерватизмы менән аңлатыла, ХВФ 10 йыл дауамында иҡтисадты күҙәткәндән һуң, уның иҡтисади үҫешендә тиҙләнеш күҙәтелә. Үҫеш билдәләре күренә. 2004 йылда тулайым эске продукт 6,4 процентҡа, ә 2007 йылда 7,1 процентҡа арта, был күрһәткестәр алдағы өс тиҫтә йыллыҡҡа ҡарағанда юғарыраҡ. 1966—2007 йылдарҙа эске тулайым продукттың уртаса йыллыҡ үҫеше 1,45 процент кимәлендә булған, сағыштырыу өсөн, Көньяҡ Азия һәм Тымыҡ океан төбәге илдәрендә ул яҡынса 5,96 процент тәшкил иткән. 45 проценты филиппиндарҙың тәүлегенә табышы яҡынса $2 тәшкил итә.

Филиппиндың сит илдә эшләүсе филиппиндарҙың туғандарына аҡса күсереүҙәре Филиппиндың иҡтисадына һалынған сит ил инвестицияларынан артып китә. Аҡса күсереү 2010 йылда иң юғары нөктәһенә етә, был ваҡытта илгә эске тулайым продукттан 10,4 процент күсерелгән, 2012 һәм 2014 йылдарҙа аҡса эске тулайым продукттан 8,6 процент самаһы тәшкил иткән, сит илдән илгә уртаса 28 миллиард доллар самаһы күсерелә. Төбәк үҫеше тигеҙһеҙ бара, Метро Манила төбәге, атап әйткәндә, башҡа төбәктәрҙән ярайһы уҡ тиҙерәк үҫешә, хөкүмәт илдең башҡа төбәктәренә инвестицияларҙы дәртләндереү өсөн аҙымдар яһай. Хатта туризм һәм бизнес аутсорсингы кеүек сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, хеҙмәтләндереү өлкәһен илдең иҡтисади үҫешенең иң яҡшы өлкәләре тип иҫәпләйҙәр.

Goldman Sachs илде үҙенең «Ун бер» иҡтисады исемлегенә индерә, әммә унда Филиппиндан алда Ҡытай һәм Һиндостан тора. Goldman Sachs, 2050 йылға Филиппин иҡтисады донъяла 20-се урында буласаҡ, тип иҫәпләй. HSBC баһалауынса, 2050 йылға Филиппин донъяла 16-сы, Азияла 5-се һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла иҡтисади үҫеш буйынса 1-се урынды биләйәсәк. Филиппин Бөтә донъя банкы, Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы һәм Азия үҫеш банкыһы ағзаһы булып тора.

Филиппинда берҙәм минималь эш хаҡы юҡ, ул провинциялар һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса айырым билдәләнә. 2019 йылға ҡарата минималь эш хаҡы тәүлегенә 270 песо (5,18 доллар), Илокос өлкәһендәге ауыл хужалығы тармағында 537 песоға тиклем ($10,30) тәшкил итә[12][13][14][15].

Өҫтөнлөктәре: сит ил инвесторҙары өсөн асыҡ булыу. Ауыл хужалығында етештереүсәнлектең үҫеүе. Банан һәм ананас экспортлау. Сит илдә эшләүсе граждандарҙан ярайһы ҙур аҡса күсерелеүе.

Көсһөҙ яҡтар: энергетика менән проблемалар үҫеш мөмкинлектәрен сикләй. Үҫешмәгән инфраструктура. Һаҡланған аҡса күләменең аҙ булыуы арҡаһында граждандар сит ил финанс средстволарына бәйле. Аҙ продуктлы натураль хужалыҡ.

Бөгөнгө көндә Филиппин — аграр-индустриаль ил. Сәнәғәттең электрон, туҡыусылыҡ, химия, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек, фармацевтика тармаҡтары ныҡ үҫешкән. Ауыл хужалығына балыҡсылыҡ һәм урман хужалығы инә. Филиппин күп күләмдә кокос, банан, дөгө һәм ананас экспортлаусы булып тора. АҠШ, Тайвань, Германия, Япония, Гонконг мөһим сауҙа партнерҙары булып тора. Илдә ярайһы уҡ үҫешкән транспорт инфраструктураһы — юлдар, йылға һәм диңгеҙ транспорты, тимер юлдары бар. Илдең иң ҙур порттары — Давао, Манила һәм Себу. Аҡса берәмеге — Филиппин песоһы.

Фән һәм техника

Филиппин үҙенең фәнен һәм техникаһын үҫтереүгә даими аҡса һала. Был илдә фән һәм техника проекттарын төҙөү һәм тормошҡа ашырыу өсөн фән һәм техника департаменты яуаплы. Ил Филиппинда фән һәм техника үҫешенә булышлыҡ иткән ғалимдарҙы премиялар менән дәртләндерә. Билдәле филиппин ғалимдары аҙыҡ-түлек технологияһы өлкәһендәге билдәле ғалимдар, улар араһында Мария Ороза ла була, улар араһында каламанси нип, соялак һәм банан кетчупы кеүек ризыҡтарҙың рецебы эшләнә.

Фе дель-Мундо — филиппин педиатры, педиатрияла фундаменталь хеҙмәте менән билдәле, Пауло Кампос — ядро медицинаһы өлкәһендәге эше өсөн «ядро медицинаһы атаһы» тип аталған табип, Рамон Барба — баҡсасы, ағаста бик күп сәскәләр менән төрлө манго үрсетә.

1960 йылда дөгө сорттарының яңы төрҙәрен үрсетеү өсөн штаб-фатиры Лос-Баноста (Лагуна) булған халыҡ-ара дөгө ғилми-тикшеренеү институты ойошторола. 1996 йылда Филиппин үҙенең тәүге Agila-1 юлдашын һатып ала. 2016 йылда Филиппин үҙенең тәүге Diwata-1 микроюлдашын эшләтеп ебәрә, артабан тағы 5-әү эшләй башлай.

Мәҙәниәт

Филиппин мәҙәниәтенә көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәте элементтары инә. Ул Азияның төрлө илдәре, шулай уҡ Испания һәм Америка мәҙәниәте элементтарын үҙ эсенә ала.

Изге ҡурсалаусылар иҫтәлегенә үткәрелгән Баррио фиестас (район фестивалдәре) булараҡ билдәле традицион байрамдар дөйөм булып тора. Был фестивалдәр байрам, музыка һәм бейеүҙәр үткәреү ваҡыты булып тора, Моноринес һәм Синулог фестивалдәре иң билдәлеһе.

Әммә ҡайһы бер йолалар үҙгәрә йәки яйлап онотола. Филиппиндың Баян милли бейеүҙәре төркөмө төрлө традицион бейеүҙәр тәҡдим итә. Ул бамбук таяҡсалары менән бейеүсе тинилинг һәм сингкил бейеүҙәре арҡаһында иң билдәлеһе.

Америка һәм Испания колонизацияһының эҙемтәләре

Филиптар араһында испан исемдәренең һәм фамилияларының өҫтөнлөк итеүе испан мираҫының иң билдәле компоненттарының береһе булып тора, әммә испан исеме һәм фамилияһы испан сығышлы тигәнде аңлатмай. Был үҙенсәлек Азия кешеләре араһында бик үҙенсәлекле, ул колониаль генерал-губернатор Нарцисо Клавериа Залдуаның Филиппин халҡы араһында испан фамилияларын һәм испан йолаларын таратыу тураһындағы указы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Күп урамдарҙың, ҡалаларҙың һәм провинцияларҙың исемдәре шулай уҡ испанса. Испания архитектураһы Филиппинда үҙенең эҙен ҡалдырған, күп кенә ҡалалар үҙәк майҙан йәки Плас Майор майҙаны тирәләй проектлана, әммә Испания йолалары буйынса төҙөлгән биналарҙың күбеһе икенсе донъя һуғышы ваҡытында емерелә. Тик ҡайһы бер биналар, нигеҙҙә, сиркәүҙәр, хөкүмәт биналары һәм университеттар тороп ҡалған. Барокко стилендәге дүрт филиппин сиркәүе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән, улар — Манилалағы изге Августин сиркәүе, Паоайҙағы сиркәү (Төньяҡ Илокос провинцияһы), Көньяҡ Илокостағы Ноэстр Сеньора-де-ла-Асунсьон сиркәүе (изге Мария) һәм Илоилолағы Санто-Томас-де сиркәүе.

Виган шулай уҡ испан стилендә һаҡланып ҡалған иң билдәле биналарҙың береһе булып тора. Илоилола америка оккупацияһы ваҡытында төҙөлгән колониаль биналарҙы ла күрергә мөмкин. Ул дәүерҙәге сауҙа биналары бик күп, бигерәк тә Калле-Реалда.

Шуға ҡарамаҫтан, илдең Батанес кеүек ҡайһы бер райондарында йәшәү рәүешендә артыҡ айырма юҡ, Испания менән Филиппиндың йоғонтоһо ҡатнаш, ундағы биналар эзбизташтан һәм мәрйендән төҙөлгән. Идянс һәм Иватан замоктары Испания баҫып алыуына тиклем Филиппиндың төп оборона ҡоролмалары була.

Инглиз телен дөйөм ҡулланыу американдарҙың филиппинға йоғонтоһо өлгөһө булып тора һәм хәҙерге Америка мәҙәниәтен ҡабул итеүгә булышлыҡ итә. Был филиппиндарҙың тиҙ туҡланыу ашханаларына, Америка киноһына һәм музыкаһына һөйөүендә сағыла. Тиҙ туҡланыу ашханаларын күп урамдарҙың мөйөштәрендә табырға мөмкин. Филиппинда Американың тиҙ туҡланыу ашханалары барлыҡҡа килә, ләкин улар урындағы Голдилокс һәм Джоллиби кеүек ашханаларҙы ҡыҫырыҡлап сығара алмай.

Бейеү

Филиппин музыкаһы даими үҙгәреп торған кеүек, филиппин бейеүе лә өҙлөкһөҙ үҙгәреш кисерә. Колонияға тиклем Филиппинда күп төрлө бейеүҙәр төрлө ҡәбиләләрҙә күп була. Был Филиппинда күп төрлө бейеүҙәрҙең үҫешеүе хаҡында һөйләй. Испандар килгәнгә тиклем Лузон һәм Визаян утрауҙарындағы ҡәбиләләр бейеүе бик оҡшаш булған. Минданао утрауында бейеү мосолман халыҡтары бейеүҙәренә хас һыҙаттарға эйә, Замбоанг утрауында испандар бейеүгә бик аҙ йоғонто яһай.

Филиппин бейеүҙе йолаларҙа ҡуллана, уларҙа кешенең тормошоноң төрлө осорҙарын сағыла. Испания хакимлығы осоронда бейеүҙәрҙең күпселеге рондал музыкаһы менән оҙатыла, ул ғәҙәттә 14 ҡыллы бандуррияла уйнала, был һәм башҡа ҡыллы музыка ҡоралдары Филиппинда барлыҡҡа килә һәм киң таралыу ала.

Филиппинда билдәле тиниклинг бейеүе Рондалай төркөмөнөң уйнауы менән оҙатыла һәм ике бамбук таяҡсаһы менән бейейҙәр. Ул ғәҙәттә ябай ауыл халҡы көлгән сәхнәнән башлана. Бейеү аҙағында бамбук таяҡсаларын киҫештерәләр. Бамбук таяҡсалары шулай уҡ мосолман бейеүе төҫмөрлө бейеүҙә — Сингкилдә ҡулланыла. Бөгөнгө көнгә бейеүҙәр бик төрлө һәм нескә балет бейеүенән алып стритбрэйкдансҡа тиклем тирбәлә.

Кухняһы

Киң мәғлүмәт саралары

Уйындар

Йәштәр араһында люксонг, бака патиентеро, пико, и тумбанг пресо кеүек традицион филиппин уйындары әле лә киң таралған. Сунгка — традицион филиппин өҫтәл уйыны. Кәрт уйындары фестивалдәр ваҡытында популяр, уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, пусоу һәм тонгитстар, законһыҙ ҡомарлы уйындар булып тора. Ҡайһы бер филиппин общиналарында махжонг уйнала.

Сабонг йәки әтәс һуғышы Филиппиндағы ир-егеттәр араһында тағы ла бер популяр күңел асыу сараһы булып тора, ул испандар килгәнгә тиклем үк булған. Магелландың йылъяҙмасыһы Антонио Пигафетта эшләгән был күңел асыуҙың беренсе тасуирламаһы Тайтау короллегенә ҡарай[16]. Йо-йо Филиппинда популяр булған, Педро Флорес тарафынан заманса формала эшләнгән, атамаһы ллокано теленән килеп сыҡҡан.

Мәғариф, фән, сәнғәт

Илдә иҫке астрономик обсерватория — Манильск обсерваторияһы бар. Обсерваторияның төп бурысы — тайфундарҙы күҙаллау. Тиниклинг милли филиппин бейеүе булып тора.

Халҡы

Thumb
[Филиппин халҡының 2020 йылға йәше-енес пирамидаһы

2015 йылда халыҡ һаны 102 921 200 кеше тәшкил итә[17] (донъяла 12-се).

Йыллыҡ үҫеш темпы — 1,9 %.

Ҡала халҡы 65 % тәшкил итә (2008 йылда).

Грамоталылыҡ кимәле — 93 % (2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Этник составы: висайя 30 %, тагалдар 28,1 %, себуано 13,1 %, илокано 9 %, бинисайя 7,6 %, хитигайнон 7,5 %, бикол 6 %, вараи 3,4 %, башҡалар 25,3 % тәшкил итә(2000 й. халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Йәмғиәттең төп өлөшө булып ғаилә иҫәпләнә. Күп һанлы туғандар — ғәҙәттә, дүрт туғандар һәм апайҙарға тиклем — һәр филиппинсының яҡын мөхитен барлыҡҡа килтерә. Туғандар араһында бер-береңә ярҙам һәм бер-беребеҙгә яуаплылыҡ үҫешкән. КрестныйҠыя яҙылыш ата-әсәләр ҙә филиппин кешеһенең тормошонда иң яҡын туғандарынан бер ҙә ҡалышмай. Айырылышыу һәм аборттар тыйылған.

Филиппин әлеге ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Япония, Грецияға төп эшсе көс экспортлаусыларҙың береһе булып тора.

Илдә ике рәсми тел бар — Пилипино (тагалог буйынса) һәм инглиз теле.

Ҡалалар

Филиппиндың 20 эре ҡалаһы[18]

Ҡыҫҡа факттар Филиппиндың эре ҡалалары, Манила Пасиг ...
Филиппиндың эре ҡалалары

Thumb
Манила
Thumb
Пасиг

Ҡала Регион Халҡы Ҡала Регоин Халҡы

Thumb
Тагиг
Thumb
Марикина

1 Кесон-Сити баш ҡала 2 679 450 11 Дасмариньяс Калабарсон Регион IV-A 556 330
2 Манила Баш ҡала 1 660 714 12 Кагаян-де-Оро Төньяҡ Минданао Регион X 553 966
3 Калоокан Баш ҡала 1 378 856 13 Паранак Баш ҡала 552 660
4 Давао Регион XI 1 363 337 14 Лас-Пиньяс Баш ҡала 532 330
5 Себу Үҙәк Висайи Регион VII 798 809 15 Генерал-Сантос Сокксксархен Регион XII 529 542
6 Замбоанга Замбоанга ярымутрауы Регион IX 774 407 16 Макати Баш ҡала 510 383
7 Антиполо Калабарсон Регион IV-A 633 971 17 Баколод Көнбайыш Висайи Регион VI 499 497
8 Пасиг Баш ҡала 617 301 18 Мунтинлупа Баш ҡала 452 493
9 Тагиг Баш ҡала 613 343 19 Сан-Хосе-дель-Монте Үҙәк Лусон Регион III 439 090
10 Валенсуэла Баш ҡала 568 928 20 Марикина Баш ҡала 424 610
Philippines 2007 Census 2009 йыл 2 сентябрь архивланған.
Ябырға

Телдәр

Рәсми теле — Тагал (тагалог, йәки пилипино). Халыҡтың күпселеге австронезия ғаиләһенең филиппин телдәрендә һөйләшә, иң таралғандары — тагал, себуано, илокано, бикол, хилигайнон, пангасин, капампанган, варай-варай. Халыҡтың байтаҡ өлөшө инглиз телендә һөйләшә. Испан (3 %), испан-креол чабакано (1 %), ҡытай телдәре киң таралған. Филиппинда өс быуаттан ашыу испан теле (1571—1898) илдең берҙән-бер яҙма теле булып хеҙмәт иткән. Әммә Испанияның алыҫ урынлашыуы арҡаһында ул урындағы халыҡтың төп өлөшө өсөн туған була алмай. 1898 йылдағы Испания-Америка һуғышы Филиппиндың АҠШ контроле аҫтына күсеүе менән тамамлана. Әммә испан теле илдә франка лингваһының традицион функцияһын 1950-се йылдар башына тиклем һаҡлап ҡала, шунан һуң АҠШ хөкүмәте уны инглиз теленә алмаштырыу буйынса әүҙем тырышлыҡ һала. Тәүҙә испан теле 1973 йылғы конституция буйынса рәсми статусын юғалта, ә һуңынан 1986 йылдан һуң мәктәптәрҙә мотлаҡ предмет булараҡ уҡытыуҙан туҡтай, мәктәп программаһына мотлаҡ рәүештә 2008 йылда ғына ҡайта. Бынан тыш, Филиппиндың бөтә автохтон телдәре, шул иҫәптән төп теле — тагалог — испан лексикаһының байтаҡ ҡатламдарын һаҡлай, был уларҙың лексикаһының 40 процентын тәшкил итә. Филиппинда инглиз теле киң ҡулланыла, бигерәк тә фәндә, мәғарифта, матбуғатта[19].

Дин

Католицизм халыҡтың 80,6 процентын тәшкил итә, протестантизм — 8,2 %, башҡа христиан диндәре — 3,4 %, ислам — 5,6 %, филиппиндарҙың яҡынса 2 проценты традицион инаныуҙарға, 1,9 % — башҡа диндәргә (индуизм, иудаизм, бахаим) (2010 йылғы мәғлүмәттәр) ҡарай[20].

Туризм

Thumb
«Йөҙ утрау» милли паркы

Лусон утрауында Филиппиндың иң ҙур ҡалаларының береһе — Манила урынлашҡан. Дәүләттең баш ҡалаһы, төп мәҙәни-иҡтисади үҙәк булып тора. Манила — 12 миллион кеше йәшәгән Ҙур Манила конурбацияһы үҙәге. Уның составына Кесон-Сити, Калоокан һәм Пасай кеүек эре ҡалалар инә. Манилала Филиппиндың Милли музейы, Санто-Томас тәбиғәт тарихы һәм антропология музейы, Метрополитен-сәнғәт музейы урынлашҡан. Интрамуростың тарихи үҙәгендә нығытмалар, сиркәүҙәр, XVI—XVIII быуаттар йорттары, Ботаника баҡсаһы урынлашҡан. Туристарға Манила, Тааль күле буйлап экскурсиялар, һауа сафариҙары һәм фольклор шоуҙары ойошторола.

Филиппин үҙенең пляждары һәм матур мәрйен рифтары менән билдәле. Иң билдәле туристик курорттар архипелагтың көньяҡ өлөшөндә Боракай, Себу, Бохоль һәм Палаван утрауҙарында урынлашҡан. Туристарға пляж байрамы ла, әүҙемерәктәре — круиздар, һыуға һикереү, сёрфинг тәҡдим ителә. Филиппин архипелагының төньяғында урынлашҡан һәм Маниланан еңел генә барып етергә мөмкин булған Миндоро утрауы мауыҡтырғыс һәм динамик үҫеш ала.

Утрауҙарҙа 35 милли парк (иң ҙуры — Маунтс — Иглит тауҙары — Бако), фауна резерваттары һәм урман заказниктары урынлашҡан. Туристар өсөн иң ҙуры һәм иң ҡыҙыҡлыһы — Лусон һәм Минданао утрауҙарында урынлашҡан Апо, Тааль, Майон, Канлон тауҙары.

Филиппин етерлек рекреацион, тәбиғи һәм социаль-мәҙәни ресурстарға эйә. Бөгөнгө көнгә утрауҙар туризмдың бөтә төрҙәрен тиерлек тәҡдим итә: пляж, экстремаль, спорт, экологик, белем биреү, секс-туризм. Илдәге сәйәси тотороҡһоҙ хәл, мосолман һәм христиан общиналары араһындағы низағтар туризмға кире йоғонто яһай. Бынан тыш, муссонлы климат һәм 6 айҙан ашыу дауам иткән ямғырҙар миҙгеле пляж туризмын үҫтереүгә булышлыҡ итмәй.

СМИ

Дәүләт телерадиокомпанияһы PTW (Pipili’s Television Network), шул уҡ исемле телевизион селтәрҙе, дәүләт телерадиокомпанияһын, PBS (Филиппин тапшырыуҙар хеҙмәтен) үҙ эсенә ала, Radyo ng Bayan, Radyo Magasin, Business radio, Sports radio, Radyo Pilipinas радио селтәрҙәрен үҙ эсенә ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Авторское право на Филиппинах

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.