Тухачевскийҙың эше
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тухачевскийҙың эше, йәки «советтарға ҡаршы троцкистар хәрби ойошмаһы» — юғары совет хәрби начальниктарын власты баҫып алыу маҡсатында хәрби заговор ойоштороу буйынса уйлап сығарылған эш. РККА-лағы массауи репрессияларҙың башы булып тора.
Ҡыҫҡа факттар Суд ...
Тухачевскийҙың эше | |
Суд | Специальное судебное присутствие Верховного Суда СССР[d] |
---|
Ябырға
Эш буйынса СССР-ҙың Юғары Суды Махсус суд присутствиеһының ябыҡ ултырышы 1937 йылдың 11 июнендә уҙғарыла. Бөтә ғәйепләнеүселәр ғәйепле тип таныла һәм хөкөм сығарылғандан һуң кисекмәҫтән (Я. Б. Гамарник ҡулға алыу алдынан үҙ-үҙен атып үлтерә) атып үлтереләләр. 1957 йылда барыһы ла үлгәндән һуң енәйәт составы булмау сәбәпле реабилитациялана.