Трагедия (жанр)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Трагедия — драманың боронғо жанры. Унда башлыса хәл итеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һүрәтләнеп, геройҙарҙың характеры фажиғәле хәлдәрҙә, һәләкәткә илтә торған тиңһеҙ көрәштә асыла. Трагедияның нигеҙенә һалынған конфликт төп геройҙың фажиғәле үлеме менән хәл ителә.
Башҡорт әҙәбиәтендә трагедияның юғары өлгөһөн Мостай Кәрим бирҙе: «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәре Башкортостанда ғына түгел, бөтә ил күләмендә ҙур баһа алды.